Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 13:05

“Инвалид бала ҡарауҙан арыным...”

Был яҙма ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының бер социаль төркөмөндә донъя күрҙе һәм бихисап бәхәс тыуҙырҙы. Уны тулыһынса тәржемәлә тәҡдим итәбеҙ.

“Баламды инвалидтар йортона тапшырырға теләйем. Башҡаса сабырлығым ҡалманы. Уға биш йәш. Һуңғы ике йылда тәүлегенә өс, ҡайһы берҙә унан да аҙыраҡ йоҡлайым. Был малайымдан башҡа ҙур улым бар. Уның үҫмерлек осоро. Бөтә ваҡытымды, ғүмеремде быныһына бағышлап, өлкәнен ҡулдан ысҡындырып ҡуймайым, тип ҡурҡам. Ирем түҙмәне, беҙҙе ташлап китте. Ике йыл элек ошо этләнеүҙәр башланғас, ул берәй ергә тапшырайыҡ, тип тәҡдим итте. Мин был аҙымға бара алманым. Ул саҡта ла ауыр ине, хәҙер йөҙ тапҡыр ҡыйыныраҡ.

Әммә баламды ҡайҙалыр алып барып тапшырыуҙы күҙ алдына килтерһәм, туҡтай алмай илай башлайым. Минән башҡа уның бер кеме лә юҡ, минән башҡа ул бер кемгә лә кәрәкмәй... Әммә былай ҙа йәшәү – йәшәү түгел. Көн һайын күңелемдең бер күҙәнәге үлгән кеүек... Был хәлдән сығыу юлы бармы икән?”

Яҙма аҫтына ҡалдырылған комментарийҙарҙа күпселек ҡатын-ҡыҙ түҙергә, был хәлдән сығыу юлдарын эҙләргә тәҡдим итә. Ир-егеттәр араһында “баланы махсус интернатҡа тапшырыу иң дөрөҫ ҡарар буласаҡ” тип кәңәш биреүселәр байтаҡ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Шундай ауыр хәлдә ҡалған әсәгә нимә эшләргә?

Фото: Яндекс.Дзен

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: