Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 17:24

"Янып үлеүҙән туҡтарға ваҡыт!"

Башҡортостанда янғында һәләк булғандар һаны артҡан. Ә Мәләүездәге янғында бер түгел, ике бала янып үлде...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда янғындар һәм уларҙа үлгәндәр һаны артты. Йыл яңы башланып тора, ә күрһәткестәр былтырғы менән сағыштырғанда күберәк бара. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровтың сығышын тыңлағас, ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙналағы янғындарҙа өс кешенең, шул иҫәптән ике бәләкәй баланың ғүмере өҙөлгән. Балалар һәләк булған ҡурҡыныс янғын Мәләүез районында булғайны. Өйҙә өс баланан тыш уларҙың әсәһе һәм олатай менән өләсәһе лә булған. Өлкәндәр һәм бер бала ҡотола, бәләкәйҙәренең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере өҙөлә.
– Беҙ хәлде ыңғай яҡҡа бороу өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Әммә былтырғы менән сағыштырғанда, бөгөнгө көнгә ҡарата быйыл өс кешегә күберәк һәләк булды, – тине комитет рәйесе.
Радий Хәбиров был хәлде еңеү өсөн барыһын да эшләргә һәм махсус кәңәшмә йыйырға ҡушты.
– Мин ай буйы көттөм, һеҙҙе йонсотманым. Аңлайым, һеҙ офицер, янғындар менән осраҡта еңелеүегеҙҙе таныуы ауыр. Минең ярҙамым кәрәк булһа, әйтегеҙ. Әйҙәгеҙ, йыйылайыҡ, бар хеҙмәттәрҙе, хакимиәт башлыҡтарын саҡырайыҡ. Ҡасан яныуҙан туҡтарбыҙ? Эйе, һалҡын, күберәк мейес яғалар. Мин ауыл хакимиәте башлыҡтарынан хәүефле ғаиләләрҙе табырға ҡушҡайным. Бер янғында икешәр бала үлә бит! Нисек проблеманы хәл итәсәкбеҙ? – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе белдереүенсә, быйыл Башҡортостанда Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә кешеләрҙең янғындарҙа үлеүенә юл ҡуймау – үтә мөһим мәсьәлә.
– Был тәңгәлдә хәл ауыр икән, уны төҙәтеү өсөн сәбәбен эҙләйем. Мин ваҡиғалар ыңғайына бармайым, ә һеҙ бараһығыҙ. Тиҙ арала был проблеманы хәл итәйек, – тине ул.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Yanip-le--n-tu-tar-a-va-it-677946/
Читайте нас: