Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 18:00

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт февралдә алты һәм өс көнлөк эш аҙнаһы тураһында иҫкә төшөрҙө

Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт рәсәйҙәргә Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡыҫҡа эш аҙнаһы тураһында иҫкә төшөрҙө, тип хәбәр итте РИА Новости.

Быйыл өс көн – 21 февралдән 23-өнә тиклем ял итәбеҙ, 22-һендәге эш көнө шәмбе 20 февралгә күсерелә.
Шулай итеп, рәсәйҙәрҙе ошо йылда берҙән-бер алты көнлөк эш аҙнаһы көтә.
2021 йылда бөтәһе ете ҡыҫҡа эш аҙнаһы була. Уларҙың һуңғыһы кесаҙна 30 декабрҙә тамамлана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: