Даирә
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Февраль 2021, 01:14

Гүзәл Уразова дүртенсегә әсәй булды!

Танылған йырсы Гүзәл Уразованың бөгөн ҡыҙы донъяға килгән. Ғашиҡтар байрамында матур парҙың бәхетен йәнә тулыландырып, дүртенсегә балалары тыуыуы - ғаилә өсөн икеләтә шатлыҡ.

Сабыйы донъяға килгәне хаҡында йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған: "Бөгөн беҙҙең оҙаҡ көткән ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Бәләкәсем, бәхетле, оҙон ғүмерле бул! Хоҙайға рәхмәт, беҙгә шундай ҙур бәхет биргәне өсөн".
Билдәле булыуынса, ғаиләлә Эллари, Камилла һәм Самир исемле балалар үҫә. Әсәләре яҙыуынса, улар кескәй туғандарын өйгә алып ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтә.
Бәләкәстең ауырлығы - 3 килограм 770 грамм, буйы - 55 см.
Беҙ ҙә яратҡан йырсыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашабыҙ, сабыйҙың һау-сәләмәт, ата-инәле булып үҫеүен теләйбеҙ.
Фото Гүзәл Уразованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в