Даирә
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Февраль 2021, 15:50

Ниҙер йылмайырға ҡамасаулаймы? Унан ҡотолоғоҙ!

Аҡыл эйәләренең бер нисә кәңәше менән уртаҡлашабыҙ. Улар һеҙҙе уйландырмай ҡалмаҫ.

Тормош майлы күмәс түгел, һөйөнөстәренән көйөнөстәре күберәк. Шулай ҙа тормош матур, донъя йәмле! Коронавирустан да ҡотолһаҡ, барыһы ла яҡшы булыр кеүек. Аҡыл эйәләренең бер нисә кәңәше менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ, килешәһегеҙме, юҡмы - уныһы һеҙҙең эш. Шулай ҙа фәһемлеләре уйландырыр.
1. Тормошта түҙеп йәшәргә ярамай, ә унан ләззәт алырға кәрәк. Шуға күрә тәү сиратта һеҙгә йылмайырға ҡамасаулаған нимәләрҙән ҡыйыу ҡотолорға кәрәк.
2. Һеҙ күп белемгә эйә, ваҡыт үтеү менән ҡайһыларынан ҡотолоуҙың алға бер аҙым булыуы бар.
3. Элекке хәл-ваҡиғалар өсөн үкенеүҙәрҙән ҡотолоғоҙ. Үткәнде ҡайтарып булмай. Ваҡытығыҙҙы, һаулығығыҙҙы артта ҡалған хаталарҙы уйлауға әрәм итмәгеҙ.
4. Кешеләрҙең һеҙҙең турала нимә уйлауы борсомаһын.
5. Зарланыуҙан тыйылығыҙ. Мәсьәләне хәл итеү юлын эҙләгеҙ.
6. Ғәйебегеҙ булмаһа, бер ваҡытта ла аҡланмағыҙ.
7. “Бөгөндән йәки иртәгәнән йәшәй башлайым” тигән ғәҙәттән арынығыҙ, ғүмер бит үтеп бара!
8. “Иң яҡшы осор артта ҡалды” тип уфтаныу дөрөҫ түгел, сөнки алда ниҙәр көткәнен белмәйһегеҙ.
9. Тормошҡа ашмаҫтай хыялдар менән йәшәмәгеҙ, улар һеҙҙе алға ебәрмәй ыҙалай ғына.
10. Нимәлер эшләү өсөн уңайлы ваҡытты көтмәгеҙ, иң йәтеш ваҡыт – бары бөгөн.
11. Гел генә “түрҙә”, маҡталып йәшәп булмай, тап ошо уңайлы зонанан сығыу һеҙҙең үҫешкә ярҙам итәсәк тә.
12. Артыҡ тынғыһыҙ булыуҙан ҡотолоғоҙ, ул һеҙҙең проблеманы хәл итмәй, ә энергияғыҙҙы һиҙҙермәй һура.
Фото: Neizvestniy-geniy.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: