Бөгөн республиканың Хәйбулла районында булған аварияла бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Был турала ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте белдерә.
Билдәле булыуынса, авария "Садовый - Ивановка" автомобиль юлының 16-сы километрында була. "ВАЗ-2121" автомобиле рулендәге 78 йәшлек ир бер мәлдә машинаһына идараны юғалта һәм юлдан оса.
Авария һөҙөмтәһендә водитель бабай урында һәләк була. Уның янында ҡатыны ла ултырған, ул иҫән. Ирле-ҡатынлы йәкшәмбе баҙарынан ҡайтып барған.
Әле аварияның сәбәптәрен асыҡлайҙар.
Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр! Ошо арала йәнә һауа торошо боҙола. Юлда йөрөүҙең хәүефле булыуы ихтимал. Шуға күрә барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәп, ипле генә йөрөгөҙ. Бөтәбеҙҙе лә өйҙә иҫән-һау килеш көтәләр.