Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Февраль 2021, 00:22

Гөлназ Асаеваның туйы буласаҡмы?

Йәш йырсы туйҙарға, башҡорт халҡына ҡарата мөнәсәбәте, ҡасан бәпәй алырға теләүе хаҡында һөйләне.

Йәш йырсы Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдиновтың никахы, коронавирус эпидемияһына бәйле, бик тыныс шарттарҙа үткән. Был хаҡта Гөлназ Инстаграмда дуҫтары менән тура эфир үткәргән сағында белдергән. Әле йәш ғаилә туйға әҙерләнә.
"Былай ғына яҙылышып, ял итергә барып ҡайтырға була. Ләкин һәр ата-әсә балаһына матур туй үткәреү, ҡыҙҙарын ап-аҡ күлдәк кейҙереп кейәүгә биреү тураһында хыялланалыр. Улар өсөн булһа ла туй үткәрәсәкбеҙ. Балаларыбыҙға ла күрһәтерлек булһын. Никахыбыҙ бик тыныс уҙҙы. Ҡайһы берәүҙәр кеүек бөтә донъяны йыйып мәжлес яһаманыҡ. Никахтан һуң хәмерле байрам да булманы. Ҡайһы берәүҙәр бит ошондай сараларҙан һуң эсеп, иҫерешеп ята. Минең өсөн байрамдарҙа хәмерҙең булмауы мөһим", - тигән Гөлназ.
Инстаграмдағы дуҫтары йәштәргә туйҙарын, элекке замандағы кеүек, ҡымыҙ менән үткәрергә тәҡдим итә.
Тура эфир барышында Гөлназ Асаева үҙенең ике - башҡорт һәм татар телдәрендә йыр яҙҙырыуы хаҡында ла әйткән.
"Мине йырсы булараҡ башҡорт халҡы күтәрҙе, башҡорт гимназияһында уҡыным, башҡортса рәхәтләнеп һөйләшәм. Татар ҡыҙымын. Башҡорт телен һәм халҡын яратам. Улар бик ҡунаҡсыл, ете быуынына тиклем туғандарын йыйып ҡунаҡ итеүҙәре мөмкин", - тигән йырсы.
Унан фанаттары ҡасан бәпәй алырға теләүҙәре тураһында ла һораған. "Ҡасан, ҡасан - берәй ҡасан. Әлегә көтөлмәй", - тигән Гөлназ.
Йәш парға туйҙарын гөрләтеп үткәреүҙәрен, ғаилә бәхете, тамашасыларын артабан да һөйөндөрөп тороуҙарын теләйбеҙ.
Фото: mkset.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: