Әле стационарҙарҙа 326 пациент дауалана, амбулатор шарттарҙа - 5 633 кеше. 39 ауырыуҙың хәле ауыр, ете кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Пневмония диагнозы һуңғы тәүлектә 207 кешегә ҡуйылған һәм 119 ауырыу һауыҡтырылған.
Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡторған ауырыуҙарҙың иң күбеһе Өфөлә-39 кеше. Стәрлетамаҡта-13, Салауатта-10, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында - 9-ар кеше. Республикала тәүлек эсендә 158 ауырыуҙың һауығыуы билдәле. Йәмғиәт урындарында битлек режимын һаҡлау мотлаҡ, үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы лә хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.
Фото:Lenta.ru
Автор: Дина Арсланова.