...Буласаҡ ирем менән студент саҡта уҡ танышып дуҫлаштыҡ. Ул ауыл хужалығы белгесе булырға әҙерләнә ине, мин — уҡытыусы. Дуҫлығыбыҙ мөхәббәткә әүерелеп, дүртенсе курста уҡ өйләнешеп ҡуйҙыҡ.
Уҡыуҙы тамамлағандан һуң миңә эшкә йүнәлтмәне бер һүҙһеҙ уларҙың районына бирҙеләр. Ҙур ғына ауыл, ике ҡатлы мәктәп, балалар ҙа күп кенә. Ирем колхозда агроном, мин уҡытыусы булып, башкөлләй эшкә сумдыҡ. Ваҡытлыса йәшәргә өй ҙә табылды. Дамир уңған булып сыҡты: шул йылда уҡ беҙҙең яҡтан бура һөйләшеп, көҙгә килтертеп тә ҡуйҙы. Эште ойоштора белеү һәләте, тыумыштан сослоғо бар шул уның. Шундай холҡо өсөн дә, яҡшы ғаилә башлығы булараҡ та үҙен хөрмәт итәләр, һүҙе менән әле лә иҫәпләшәләр. Мин дә үҙ яғымдан һынатмаҫҡа тырыштым — тышҡы ҡиәфәтемдән алып йорт-тирәмдең бөхтәлегенә, кеше менән аралашыуға һәр саҡ етди ҡараным һәм әле лә шулай. Уҡытыусы ауылда һәр саҡ күҙ уңында, балалар һәм ата-әсәләргә һүҙең үтемле булһын өсөн, иң беренсе үҙеңдең ҡылығың, тормошоң тел тейҙермәҫлек булырға тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, өлгөлө, һоҡланғыс, бәхетле ғаиләбеҙ. Был — тыштан ҡарағанда.
Тәүге йылдарҙа уҡ иремдең сәйер холҡона иғтибар итә башлағайным инде. Ул кеше араһында бер төрлө, икәүҙән-икәү ҡалғас, икенсегә әйләнә икән дә. Минең ни өсөн шулай әйткәнемде, теге иргә ниңә йылмайып ҡарағанымды уйынлы-ысынлы һорай торғайны тәүҙә. Шаярта был, тип иғтибар итмәй, көлә лә ҡуя торғайным. Ә һуңғараҡ уның ысынды һөйләгәнен ныҡлап аңлай башланым, дөрөҫөрәге, үҙе аңлатты. Кеше менән аралашмай йәшәп булмай, дуҫтар, туғандар менән ҡунаҡҡа йөрөшөү йолаһы ла бар. Бер шундай осрашыуҙан һуң хатта ул көтмәгәндә муйыныма йәбеште. "Сепрәк баш, миңә аҡыл өйрәтеп ултырҙыңмы?" тип ҡурҡыныс итеп ҡарағаны әле лә йәнемде өшөтә. Шул көндән минең ҡурҡыу ҡалды, хатта берәй ҡунаҡтан һуң аяҡтар тотмаҫ дәрәжәлә ҡалтырай, нимә тип бәйләнер тип көтәм. Шунан аҙаҡ ул барҙа кеше менән нисек һөйләшергә лә белмәйем, күберәк өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәм. Әйткән хәлдә лә, уйлап, иремә оҡшарлыҡ һүҙҙәрҙе табырға тырышам. Үҙ һүҙем, үҙ йөҙөм булмаған шәүләгә әйләндем тиһәң дә була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бәйләнерлек сәбәп барыбер табыла тора. Кеше булмағанда кәмһетеүҙәре, ҡурҡытыуҙары үҙәгемә үтһә лә, былай йәшәү йәшәү түгел икәнен аңлаһам да, тормошомдо үҙгәртерлек көс тапмай, эштә нисек тә йылмайырға тырышып, өйҙә йөрәгемде усыма тотоп йәшәүемде дауам итәм.
Берҙән-бер улыбыҙға ҡарата Дамир яҡшы атай, был яҡтан һүҙ юҡ. Бергәләште, тәрбиәләште, үҙе менән алып йөрөп эшкә өйрәтте. Балабыҙ алдында тауыш күтәрмәүе лә маҡтауға лайыҡ. Донъялар үҙгәреп китеп, эшһеҙ ҡалғас (үҙе тағы йүнсел бит әле), үҙ кәсебен асып ебәрҙе. Артыҡ эсмәй, йорт-ҡаралты төҙөк, улай ғына ла түгел, ирем уны гел яңыртып, үҙе теләгәнсә үҙгәртеп тора, ҡыҫҡаһы, ҡулынан килмәгән эш юҡ, кеше менән ипле — ошо яғын ғына күргәндәр, һоҡланып, әй һин иң яҡшы ирҙе эләктергәнһең, эт бәхетлеһең инде, ти. Ә уның ике йөҙлө, ҡапма-ҡаршы холоҡло, мыжыҡ икәнлеген үҙем генә беләм.
Шулай тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап йәшәй торғас, улыбыҙҙың йәше етеп, армияға алынды. Унан ҡайтҡас, уҡырға инде, өйләнде, балалары тыуҙы, ҡалала төпләнделәр. Минең һыҙланып, ҡурҡып йәшәүем тураһында ул белмәй. Белеп кенә ҡалмаһын, тип ҡурҡам. Ғөмүмән, берәү ҙә белмәй, сөнки кемгәлер асылырға ҡурҡам, хәбәрем иремә барып етһә, ни булырын күҙ алдына ла килтерә алмайым, икенсенән, "өлгөлө" тигәнгә тап төшөргөм килмәй. Олоғая килә ипкә ҡалыр тип уйлауым бушҡа ғына, ул, киреһенсә, йылдар үткән һайын кирегә китә, холоҡһоҙланғандан-холоҡһоҙлана бара. "Ҡан эскес" — ошо һүҙ нәҡ уның кеүектәргә ҡарата әйтелгәндер ул.
Әле миңә 50 йәш, ә үҙемде шул тиклем арыған, хәлһеҙ, бөкөрәйеп бөткән әбей кеүек тоям. Йәшәрлек көсөм дә ҡалманы кеүек. Тағы күпме ғүмерем барҙыр, һәр көнө шундай ғазаплы булыр микән ни тип уйлап ҡотом оса. Бөтә бәхетле күренгән ғаиләләр ҙә шундай бәхетһеҙ буламы, әллә араларында тиң-тигеҙ, аңлашып йәшәгәндәре бармы икән? Өләсәйем әйтә торғайны, ир менән йәшәү рәхәт түгел, балам, сабырҙар ғына иң аҙаҡҡа тиклем был йөктө тарта ала тип, әллә ул дөрөҫ һөйләгәнме? Эштәге бер ҡатын "Ирем эсмәһә, бүтән етешһеҙлектәренә түҙер инем" ти гел генә, ә бына минең хәлдә ҡалһа, нимә тиер ине икән? Кеше белмәһен тип, өйҙәге сүпте тышҡа сығармай, бөтәһен дә эсеңә һыйҙырып ҡурҡып йәшәү бик ауыр...
Фото: cont.ws