Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 11:00

Улар автобусҡа боҙ ташлай башлай...

Социаль селтәргә бер төркөм үҫмерҙәрҙең маршрут автобусына һөжүм итеүен күрһәткән видеояҙма һалынған. Өфөләге бер туҡталышта бик агрессив егеттәр аңлайышһыҙ сәбәптәр менән “ПАЗик” автобусына боҙ ташлай.

"Автобус туҡтаған саҡта уның тәҙрәһенә боҙ килеп бәрелә. Водитель был хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн тышҡа сыға. Үҫмерҙәр уға һүгенеү һүҙҙәре “яуҙыра” башлай", – тип хәбәр итә “Дорожный патруль Уфа”, хәлде төшөрөп алған кешеләрҙең видеояҙмаһына һылтанып.
Аңлашылыуынса, пассажирҙарҙың береһе үҫмерҙәрҙе тынысланырға саҡыра, әммә улары әйтелгәндәргә ҡолаҡ һалмай һәм автобусҡа “һөжүм”де дауам итә. Әлбиттә, был хәл пассажирҙарҙа ҡурҡыу тыуҙыра, улар водителдән тиҙерәк ҡуҙғалып китеүен, бәхәсте дауам итмәүен һорай.
Фото: видеонан скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: