Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Февраль 2021, 17:56

Ер тураһындағы яңы закон: ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Үҙгәрештәрҙең асылын яҡшыраҡ аңлау өсөн төп һорауҙарға яуаптарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостанда ер тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеүе тураһында яҙғайныҡ инде. Уны тәнҡитләүселәр ҙә, хуплаусылар ҙа етерлек.
Асылын яҡшыраҡ аңлау өсөн төп һорауҙарға яуап табайыҡ. Ниндәй ер тураһында һүҙ бара? Һәр нәмәнең үҙ милексеһе була. Мәҫәлән, беҙҙең илдәге барлыҡ урман – Рәсәй Федерацияһыныҡы. Әгәр ҙә ер участкаһы һатып алһағыҙ, ул – һеҙҙең милек, һәм бер кемдең дә уны тартып алырға хоҡуғы юҡ.
Шулай уҡ республика, ҡала йәки районға ҡараған ерҙәр була. Шул уҡ ваҡытта “милек хоҡуғы сикләнмәгән”дәр ҙә бар. Икенсе төрлө әйткәндә, был ер дәүләттеке, ләкин тәғәйен хужаһы юҡ. Ундайҙар беҙҙә бик күп – республика майҙанының өстән бер өлөшөн тиерлек алып тора. Яңы ҡануниәттә тап ошондай ерҙәр тураһында һүҙ бара. Быға тиклемге ҡағиҙәләрҙең нимәһе заман талаптарына тура килмәй? Бөгөн милексеһе аныҡ булмаған ергә урындағы хакимиәттәр идара итә. Был хәлдең ыңғай яҡтары ла, киреһе лә бар.
Төп яҡшы яғы шунда: урындағы властар халыҡтың ихтыяжын һәйбәт белә һәм торлаҡ һалынасаҡ йәки мал йөрөтөүгә кәрәкле ерҙе, әйтәйек, нефть үткәргес өсөн бирмәйәсәк. Ә киреһе - ерҙе милексегә яҙыу ҡағиҙәләре төрлө урында төрлөсә, һәр береһендә бының өсөн төрлө һандағы документтар кәрәк: ҡайҙалыр ун, ҡайҙалыр ун биш. Кемдер ерҙе бер ай эсендә үҙенә яҙҙырып ала, икенселәр өс йыл көтә. Яңы закон нисек эшләйәсәк? Был ҡануниәт замандан артта ҡалған ҡағиҙәләрҙе бөтөрәсәк, үҙен аҡлағандары ҡаласаҡ. Ерҙе милеккә яҙҙырып алыу ваҡыты – барыһы өсөн дә ун көн, бер үк документтар талап ителә, кеше факторы юҡҡа сыға, йәғни, документтар бирҙеңме – ерҙе лә алаһың. Һәр документ урындағы хакимиәт башлығы аша үтә, тимәк, урындағы мәнфәғәттәргә ҡаршы килә алмаясаҡ.
Ерҙе яҙҙырыу өсөн мотлаҡ Өфөгә килергә кәрәкме? Юҡ. Бының өсөн өс вариант ҡаралған: 1) республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль идаралығы аша. Улар барлыҡ ҡала-райондарҙа эшләй, яңы эшмәкәрлек төрөнә әҙер; 2) күп функциялы үҙәктәр (МФЦ) аша; 3) gosuslu.bashkortostan.ru республика порталы аша.
Буш ер биләмәләре тураһындағы мәғлүмәтте ҡайҙан алырға? Уларҙы бер урынға туплау бара. Оҙаҡламай был мәғлүмәтте ошо министрлыҡтың mzio.bashkortostan.ru сайтында һәм “Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлығы һәм инвестициялары” investrb.ru сайтында ҡарарға мөмкин буласаҡ. Был кемгә отошло? Барыһы өсөн дә: бюрократия кәмей; республика буш ятҡан ерҙе тиҙерәк әйләнешкә индерә ала; эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм хеҙмәт урындарын күбәйтеү буйынса мөмкинлектәр киңәйә; ҡала һәм райондар ерҙе ҡуртымға биреүҙән урындағы ҡаҙнаға түләтеүҙе арттыра.
Фото: bashinform.ru.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: