Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 11:48

Ололар өсөн яҡшымы был

Яңғыҙ ҡалған оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ошондай йәшәү рәүешен булдырыуға дүртенсе йыл инде - закон 2017 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылдан башлап республикала өлкәндәрҙе алып көткән 200 ғаилә барлыҡҡа килгән.
Яңғыҙ ҡалған оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ошондай йәшәү рәүешен булдырыуға дүртенсе йыл инде - закон 2017 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән.
Бындай эште - оло кешене ҡарауға алыуҙы - психик сире һәм хөкөмгә тарттырылғаны булмаған һәр аңлы кеше үҙ өҫтөнә алырға мөмкин. Тотонорға теләүселәр булһа, ул психологик тап килеүгә тест һәм курс үтергә тейеш. Шунан һуң опека органдары ризалығы менән ғаилә менән килешеү төҙөлә.
Килешеү буйынса, көткән ғаиләгә аҫрауға алынған кешенең килеменең 75 проценты күсерелә. Ул ашауға, кәрәкле әйберҙәр һатып алыуға, торлаҡҡа түләүгә һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола. Бынан тыш ғаиләгә аҡсалата ярҙам да ҡаралған.
Ғаиләлә йәшәү бер айҙан бер нисә йылғаса һуҙылыуы мөмкин, был ике яҡтың үҙ-ара килешеү-һөйләшеүенән тора.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала 60 йәштән юғары 849 мең тирәһе өлкән кеше иҫәпләнә. Өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән дәүләт иҫәбендәге йорт-интернаттарҙы ике меңгә яҡын яңғыҙаҡ һәм инвалид кеше йәшәй.
Фото:fb.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ololar-s-n-ya-shimi-bil-667816/
Читайте нас: