Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Февраль 2021, 14:22

Бүрәнәләр шырпы кеүек һибелгән...

Ярай әле, был юлы юғалтыуҙарһыҙ, тип иркен һуларға ғына ҡала.

Оло юл көтөлмәгән ваҡиғалары менән хәүефкә һала, һиҫкәндерә, бәлә-ҡазаның яҡында ғына йөрөгәнен иҫкәртә.
Белорет районында ағас ташыған фураның тағылмаһы түңкәрелгән. Белорет-Магнитогорск юлына бүрәнәләр шырпы кеүек һибелгән. Ваҡиғаға шаһит булыусылар әйтеүенсә, был урында юл тайғаҡ, бөтәһенә лә боҙлауыҡ сәбәпсе. Билдәле булыуынса, йәрәхәтләнгәндәр һәм һәләк булыусылар юҡ. Ярай әле, был юлы юғалтыуҙарһыҙ, тип иркен һуларға ғына ҡала. Социаль селтәрҙе ҡулланыусылар юл ваҡиғаһын хәтәр ҡурҡыныс Голливуд фильмы менән сағыштырған.
Фото:NewsBash.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-r-n-l-r-shirpi-ke-ek-ibelg-n-667840/
Читайте нас: