Даирә
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Февраль 2021, 19:56

"Мин - үҙенсәлекле бала әсәһе..."

840 грамлыҡ ҡына булып донъяға улым тыуҙы. Иламаны ла, үҙаллы һулыш та ала алманы. Ә тиҙҙән...

“Нисек Өфөгә күсергә булып киткәнде һөйләргә вәғәҙәләгәйнем бит әле... Эйе, күптәрҙе аптыратып, ҡорған донъямды ташлап китергә тура килде. Ғаиләбеҙҙе яҡындан белмәгәндәр беҙҙе бөтөнләй аңламаны ла шикелле.
Беҙ район үҙәгендә йәшәнек. Торған еребеҙ уңайлы, бар нәмә ҡул аҫтында, йыраҡ түгел. Урамға сыҡһаң, эркелешеп халыҡ йөрөмәй, саф һауа. Яратҡан эшем дә бар - ҡаштарҙы матурлау мастерына уҡып алдым да рәхәтләнеп эшләп ятҡан көнөм ине. Район ерҙәрендә лә бит ҡатын-ҡыҙҙар ҡаланыҡыларҙан ҡалышмай, шуға ла клиенттарым да күп кенә булды. Ике аҙна алдан яҙылып, сират алалар ине. Шуға ла ҡалаға күскәндә, ҙур аҡса артынан китте, тип әйтеүселәр булды...
2018 йылда эштән ҡайтып ултырыуым булды, түҙгеһеҙ эсем ауырта башланы. Мейемде, әллә тулғаҡ башланды инде, тигән уй телеп үтте. Йөклөлөк 25 аҙна ғына бит... Ашығыс ярҙам. Дауахана. Табиптар барыһын да эшләне, тик бәпесем ваҡытынан бик ныҡ алда тыуырға уйлағайны шул. Һөҙөмтәлә республика перинаталь үҙәктәренең береһенә оҙаттылар, һәм 840 грамлыҡ ҡына булып донъяға улым тыуҙы. Иламаны ла, үҙаллы һулыш та ала алманы. Өс ай буйы “кувез”да ятты, ауырлыҡ йыйҙы, аппарат уның өсөн тын алды. Ә мин көн дә сабыйым янына күкрәк һөтөмдө йыйып килтерә инем. Ул минуттарҙа ни кисергәнемде Хоҙай ғына белә, унан тик баламдың йәшәүен ялбарҙым...
Әммә ауырлыҡтар бының менән генә бөтмәгән икән шул. Аяҙ көндә йәшен атҡандай, улымдың диагноздары яуа башланы. Улар арһында иң ҡурҡынысы – балалар церебраль фалижы. Барлыҡ көсөбөҙҙө йыйып, иптәшем менән баланың һаулығы өсөн бер нимәгә ҡарамай көрәшергә кәрәк тигән ҡарарға килдек. Бер йыл буйы ай һайын баш ҡала табиптарына йөрөнөк, реабилитациялар үттек. Ҡайһы берҙәрҙең, балағыҙ ышанысһыҙ ғәрип буласаҡ, тигән һүҙҙәренең дөрөҫкә сығыуын теләмәй инек...
Оло балаларым айҙар буйы мине күрмәне. Шул ваҡыт былай булмай, етте, күсенергә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарар килде башҡа. Ирем дә күтәреп алды. Эйе, ул да минең айҙар буйы өйҙә юҡлығымды ауыр кисерә ине.
Улдарыбыҙҙың береһен – баш ҡалала колледжға, икенсеһен гимназияларҙың береһенә урынлаштырҙыҡ та, сыҡтыҡ та киттек. Эйе, ҡалаға берегеп китеү еңел булманы. Торлаҡ табыу, түләп тороу һәм башҡа һанап бөтөргөһөҙ мәшәҡәттәр. Әммә беҙҙең өсөн иң мөһиме бында сабыйымды аяҡҡа баҫтырырлыҡ уңайлыҡтар - профилле табиптар, дауалау үҙәктәре булыуы.
Әлеге көндә Айнурыбыҙ яйлап ҡына үҫешә. Уңыштарыбыҙ ҙа бар: ике йәшендә имгәкләп йөрөй, тубыҡланып атлай ала һәм биш һүҙ белә. Был - улым өсөн ҙур ҡаҙаныш. Уның нигеҙендә реабилитологтарҙың иҫ киткес оло хеҙмәте, ата-әсәнең түҙемлеге һәм, әлбиттә, ҙур финанс сығымдары ятҡанын ғәрип бала тәрбиәләгән ғаилә генә аңлар, моғайын. Беҙҙең әлегә бер маҡсат – Айнур үҙ аяҡтарында йөрөп китһен тип теләйбеҙ.
Шулай итеп, мин - үҙенсәлекле бала әсәһе, көслө булырға, һәр минутымдың ҡәҙерен белеп, тормошто бар күренешендә яратырға өйрәндем. Ғаиләм менән беҙ бер бөтөн – беҙ бирешмәйбеҙ!”
(Өфө ҡалаһынан Рита исемле ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото: luckclub.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Min--ens-lekle-bala-s-e-666940/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: