Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Февраль 2021, 20:18

Ғаилә ауыр хәлдә...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән 35 йәшлек Елена С. бик ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан. Ул бер үҙе өс сабыйҙы үҫтерә, өҫтәүенә кесеһе – инвалид.

Ирекмән Регина Биргулиева әйтеүенсә, Еленаның ире инвалид баланы балалар йортона бирергә мәжбүр итергә тырыша. Ҡатын риза булмағас, ир ғаиләһен ташлап китә.
- Улын ҡалдырырға урын булмағас, әсә эшкә уны үҙе менән алып йөрөтә. Ә уға тәүлек буйына эшләргә кәрәк, бик ауыр хәл, - ти ирекмән.
Ике йәшлек Богданға тәүҙән үк дөрөҫ диагноз ҡуйылмай, малай тейешле дауа алмай, шуға күрә сәләмәтлегендә проблемалар артҡандан-артҡан. Баланың психомотор һәм физик үҫеше артта ҡалған, уға хромосомалар аномалияһы, микроцефалия һәм башҡа сирҙәр хас.
- Беҙ Богданға ярҙам итергә әҙер клиника таптыҡ. Беҙгә тиҙ арала йөҙ мең һум аҡса йыйырға кәрәк. Ғаиләнең был йәһәттән бөтөнләй мөмкинлеге юҡ, - ти ирекмән. - Ярҙам ҡулы һуҙырға теләгәндәр өсөн карта номеры: 4817760120619568.
Күмәк көс менән байтаҡ балаларға ярҙам итә алдыҡ, был юлы ла һуңламаһаҡ ине.
Фото: Cnmt.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в