Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Февраль 2021, 10:50

“Һуңғы ялҡындыр был...”

“Теге саҡта һин минең йәшәүҙән төңөлөп барған йөрәгемде яңынан терелтеп ебәргән ялҡын ише булғайның..."

Гөлнур Нурислам ағай менән осраҡлы рәүештә танышты. Йәш ҡатындың эше шулай: көнөнә әллә нисәмә кеше инеп сыға. Берәүҙәре әйтәһе һүҙен әйтеп, йомошон тиҙ генә йомошлау яғын ҡарай, һүҙгә әүәҫерәктәре хәл-әхүәлен һөйләп оҙағыраҡҡа туҡтала. Һәр ҡайһыһын иғтибар менән тыңлай йәш белгес. Нурислам ағай оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙы. Өфөлә, ҙур урында эшләгән икән, әле олоғайғас, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнеп йөрөүе.
Ошонан һуң ул йыш ҡына эш Гөлнурҙың эш урынына килер булып китте. Тормош, хеҙмәт йылдарына бәйле ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләй, фәһемле хәтирәләре менән уртаҡлаша, көләмәстәре менән көлдөрөп тә ала. Тиҙҙән бергә эшләгән ҡыҙҙар тәҙрә аша Нурислам ағайҙы күреү менән: “Ана, бабайың килә ята! Әллә һиңә ғашиҡ булған инде, бик йышланы,” – тип шаярта башланы. “Ҡуйығыҙ, юҡты һөйләмәгеҙ, етмеште уҙған оло кеше бит ул”, – тип яуаплай Гөлнур етди генә. Әммә ағайҙың, дөрөҫөрәге бабайҙың, ҡайһы бер ҡылыҡтары уны ла һағайтып ҡуя. Бер көн сығып барышлай ишек янында туҡталды ла ҡапыл туп-тура ҡарап: “Их, бер ун йәшкә генә йәшерәк булһамсы...” – тине. Шаяртып әйткән кеүек булһа ла ҡарашы етди, хатта бер аҙ һағышлы ине. Гөлнур аптырап ултырып ҡалды...
Киләһе юлы ағай фотолар тотоп килгән. Ситтәре бер аҙ таушала башлаған аҡлы-ҡаралы тәүге рәсемдән тулҡынланып торған ҡуйы ҡара сәсле, тура ҡырлас танаулы, бөркөт ҡарашлы, мөһабәт кәүҙәле һылыу ир баға ине. “Һеҙҙе киноактер Вячеслав Тихонов тиерһең!” – тип шаяртты Гөлнур. Нурислам ағайға “комплимент” оҡшаны, күрәһең, рәхәтләнеп көлдө. Олоғайһа ла, әле лә төҫ ташламаған, тик һаулығы самалыраҡ күренә, инсульт кисергәндән һуң таяҡҡа таянырға мәжбүр булған. Күмәк фотоларҙа республиканың ул саҡтағы етәкселәре, билдәле шәхестәр ҙә бар ине. Шул рәсемдәргә бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләрен яңыртып, был юлы ла оҙаҡ ҡына ултырып ташланы.
Ағайҙан ғаилә хәлен, ни өсөн олоғайған көнөндә яңғыҙы тыуған яғына ҡайтыуын һорашты Гөлнур. Ҡатыны икенсе милләт вәкиле икән, бөртөк улы бар. Улар Өфөлә ҡалған. “Хәрәкәттән яҙғас, ҡатыным мине бағыуҙан баш тартты. Ярай, дауаханала яҡшы ҡаранылар, артабан улым кеше ялланы. Яйлап, тырышып-тырмашып аяҡҡа баҫтым, әле ошолай йөрөп ятыуыма, шөкөр, тием. Ҡатын менән аралар электән дә һәйбәт түгел ине. Бер ҡыйыҡ аҫтында ете ят кешеләр кеүек йәшәү ялҡытты һәм мин тыуған яғыма ҡайтырға, ғүмеремдең һуңғы көндәрен ғәзиз йәнтөйәгемдә үткәрергә ҡарар иттем. Донъяны бүлдереп торманым, Өфөләге ике фатирҙың береһендә – ғаиләһе менән улым, икенсеһендә ҡатын йәшәй”, – тип хәле менән таныштырҙы Нурислам ағай.
Район етәкселеге, ағайҙың хәленә инеп, ҙур етәксе булып эшләп хаҡлы ялға сығыуын иҫәпкә алып, ваҡытлыса йәшәргә бер бүлмәле фатир биргән икән. “Төҙөүселәр урамы, икенсе йорт, икенсе фатир. Ҡунаҡҡа килеп сыҡ!” – ти. Уның “ҡунаҡҡа саҡырыуынан” һағайып ҡалған йәш ҡатын, ни тип әйтергә лә белмәй, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борҙо:
– Беҙ ҙә шул тирәлә йәшәйбеҙ бит. Һеҙгә яңы йорттан бирҙеләрме?
– Юҡ, иҫке генә барак тибындағы өй инде. Беренсе ҡат. Ғүмер буйы эшләп-эшләп, бына хәҙер ултыр инде бер аламала... – ағайҙың ҡарашына һағыш күләгәһе ятҡандай, тауышында үкенеү яңғырап киткәндәй.
Эйе, ҡаланың ул өлөшө башлыса ике ҡатлы иҫке йорттарҙан тора. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен емереп, урынына дүрт-биш ҡатлы итеп яңыларын төҙөй башланылар. Гөлнур тормош иптәше менән бер йыл самаһы элек шул яңы өйҙәрҙең береһенән фатир алғайнылар. Тиҙҙән ул балаларын уйын майҙансығына алып сыҡҡанда һирәк-һаяҡ Нурислам ағайҙы осрата башланы. Бәләкәстәр уйнай, йәш ҡатын менән оло йәштәге ир-уҙаман эскәмйәлә төрлө нәмә хаҡында әңгәмә ҡоралар. “Һинең менән һөйләшһәм, күңелемә рәхәт. Ана, мин йәшәгән йорт, ҡунаҡҡа инеп сыҡ!” – ти тағы. Гөлнур, был тәҡдимдең ниндәй маҡсатта әйтелеүен аңлап етмәй, шикләнеп, “ялп” итеп ағайға ҡарап ала. “Насар нәмә уйлама! Аңланым инде һинең ниндәй ҡатын булыуыңды, – тип көлә. – Ихлас күңелдән саҡырам. Кейәү, балалар менән бергә килегеҙ!” “Ярай”, – тигән булды әҙәп һаҡлап.
Ағайҙың аралашыуға һыуһауын аңлай ҡатын. Ғүмер буйы кешеләр араһында эшләгән, партия, идеология тип янған, әле килеп япа-яңғыҙ ҡалыуын бик ауыр кисерәлер инде. Һирәк-һаяҡ улы шылтырата, ейәндәре менән һөйләшә. Был хаҡта оло бер ваҡиғалай күреп хәбәр итә, шатлыҡтан йөҙө лә, үҙе лә балҡый.
Ҡунаҡҡа инергә форсат тапманы, дөрөҫөрәге аяғы тартманы Гөлнурҙың. Тиҙҙән Нурислам ағай урамда ла күренмәй, эш урынына ла килмәй башланы. Бер осор: “Сирләп киттеме, әллә улы килеп алып ҡайттымы икән”, – тип уйлап алды ла, тиҙҙән донъя, ғаилә, балалар мәшәҡәттәре менән тормошомда осраҡлы танышҡан был кешене бөтөнләй онотто...
Ике йыл самаһы ваҡыт үткәндер. Кискеһен ғаиләһенең тамағын туйҙырып, ғәҙәттәгесә, гәзит уҡырға ултырҙы ҡатын. Өсөнсө биттә таныш фотоһүрәтте күреп “терт” итеп ҡалды. Был – Нурислам ағайҙың теге юлы алып килеп күрһәткән йәш саҡтағы фотоһы ине. Янында тағы бер рәсем: карауатта биш-алты бала араһында бәләкәй генә булып бөршәйгән бабай ултыра. Оҙаҡ ҡына текләп, ул бабайҙа тәүге фотоһүрәттәге сибәр ир-азаматты сырамытты. Бер тында мәҡәләне уҡып сыҡты. Нурислам ағайҙың юбилейы уңайынан элек ул директор булып эшләп киткән мәктәптең балалары барған һәм ошо хаҡта уҡытыусылары мәҡәлә яҙған икән. Уның данлы хеҙмәт юлын тасуирлаған, сир арҡаһында бөгөн йортонан сыға алмауын, ярҙамға мохтажлығын да әйтеп үткән.
Шаңҡып ҡалғандай булды Гөлнур. Бер-ике көн уйланып йөрөнө лә, күстәнәс тотоп, ағайҙың хәлен белергә китте. Адресы ла иҫтә ҡалған: “Төҙөүселәр урамы, икенсе йорт, икенсе фатир”. Һаҡ ҡына ишек шаҡыуға эстән: “Асыҡ, инегеҙ!” – тигән тауыш ишетелде. Залға үтте. Карауатта бәләкәсәйеп ҡалған бабай ята. Ҡатынды күргәс, аптырап китте, уңайһыҙланғандай итте. Ыҙалыҡ менән тороп ултырып, ҡалтыранған ҡулдарын һуҙҙы. “Бына юбилейығыҙ менән ҡотларға тип ингәйнем”, – тигән булды Гөлнур, күстәнәстәргә ымлап. “Күстәнәс менән сәй эсәбеҙ инде улайһа!” – ағай теремекләнеп киткәндәй, ҡарашында элекке саҡтағылай бер-ике шаян осҡон да емелдәп ҡалғандай. Ҡатын кухняға үтеп сәй ҡуйҙы, емеш-еләкте йыуып, тортты бүлде. Уныңғансы таяғы менән туҡылдай-туҡылдай бабай ҙа килеп сыҡты: өҫтө-башын рәтләгән, сәстәрен тараған. Ағай хәл-әхүәлен һөйләй: ҡапыл хәле насарайып, оҙаҡ ҡына дауаханала ятҡан, әле күршелә йәшәүсе хаҡлы ялдағы шәфҡәт туташы ярҙам итеп, укол-система ҡаҙап тора, аҙнаһына ике тапҡыр социаль хеҙмәткәр килеп, аҙыҡ-түлек һатып ала, фатирын йыйыштыра икән. Гөлнурҙың хәлдәрен, эше, ғаиләһе, балалары тураһында ла һорашып алды. Аҙаҡтан: “Һинең ҡулыңдан сәй эсер көнөм дә булған икән... Инде үлһәм дә үкенес түгел...” – тип ҡуйҙы. Йәш ҡатын был юлы һағайманы ла, өндәшмәне лә.
Ҡайтырға ҡуҙғалғас, “һеҙ ятығыҙ, ял итегеҙ”, тиһә лә, Нурислам ағай ишек янынаса килде. Гөлнур хушлашып, именлек-һаулыҡ теләп, ҡул һуҙҙы. Ҡытыршы устарында ҡатындың ҡулын оҙаҡ ебәрмәй тотоп торҙо ла күҙҙәренә ҡарап: “Теге саҡта һин минең йәшәүҙән төңөлөп барған йөрәгемде яңынан терелтеп ебәргән ялҡын ише булғайның... Тәүҙә һинең йәшлегеңә, матурлығыңа ҡыҙыҡтым, ә һуңынан аҡылыңа, үҙеңде тота белеүеңә һоҡландым. Рәхмәт һиңә, шундай булғаның өсөн...” – тине.
Көҙгө япраҡтар түшәлгән тротуар буйлап донъяның фанилығы, Нурислам ағайҙың бик үк бәхетле булмаған ҡартлығы тураһында уйланып, ҡайтыу яғына ыңғайланы Гөлнур...
Ике аҙна самаһы ваҡыт үтеүгә әлеге лә баяғы район гәзитенең һуңғы битендә киноактер ише сибәр Нурислам ағайҙың таныш фотоһүрәтен күреп, барыһын да аңланы. Был – урындағы етәкселектең уның менән хушлашыу һүҙе ине...
Фото: www.pexels.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: