Ҡәҙерлебеҙ һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбеҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр көнгә ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп бәхетле ҡартлыҡ кисер. Беҙҙе ҡыуандырып ауырымай-һыҙланмай йәшә лә йәшә әле!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Әлмира, Айгөл, Артур, Гөлшат, Данис, Гөлнара, Азат һәм беҙҙең балалар.