Даирә
+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Башҡа яңылыҡтар
3 Февраля 2021, 06:57
Тоҙҙоң ғәжәп үҙенсәлеге бар...
Эҫе һыуҙа йыуһағыҙ, селтәр кеүек йоҡа, нәфис туҡымалар һарғая һәм ҡатылана.
Тәҙрә селтәрегеҙ йыуғандан һуң шәкәрҙәй ап-аҡ булһын өсөн тоҙҙо файҙаланығыҙ. Бик тәьҫирле алым.
36 градус самаһындағы йылы һыуға селтәрегеҙҙе ебетергә ҡуйығыҙ, тоҙ һалығыҙ. Тоҙҙоң ғәжәп үҙенсәлеге бар, ул һыуҙы йомшарта, селтәрҙең бысрағын һәм һары таптарын “ашай”. Күреп аптырарһығыҙ ҙа әле, һыу шул тиклем бысранасаҡ - тоҙҙоң тәьҫире көслө. Берәй сәғәттән һуң селтәрҙе йылы һыуҙа сайҡатабыҙ. Эҫе һыуҙа йыуһағыҙ, селтәр кеүек йоҡа, нәфис туҡымалар һарғая һәм ҡатылана.
Икенсе тапҡырға йылы һыуға порошок һалып, йыуабыҙ, сайҡатабыҙ. Әгәр селтәрегеҙ йылҡылдап торһон тиһәгеҙ, һыуға бер-ике ҡалаҡ һеркә һалып сайҡатығыҙ.
Фото:Build-experts.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/To-o--g-p--ens-lege-bar-660219/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!