Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 11:46

Март айынан күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре эш башлай

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында күрше төбәктәрҙә Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу проекты менән еңеү яуланы.

Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров етәкселегендәге делегация Силәбе өлкәһендә район һәм ҡала хакимиәттәре менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Ҡыҙыл районында һәм Магнитогорск ҡалаһында йәкшәмбе мәктәптәрен асыу мәсьәләһе тикшерелде. Тәү сираттағы ойоштороу мәсьәләләре, артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде.
Әлеге ваҡытта Арғаяш районының күпселек мәктәптәрендә, быйылғы уҡыу йылынан Ҡоншаҡ районының биш мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыла. Шулай уҡ Миәс һәм Магнитогорск ҡалаларында, Ҡыҙыл районында башҡорт йәкшәмбе мәктәптәрен асыу хаҡында килешеүҙәр төҙөлдө. Был райондар юҡҡа ғына һайланмаған, сөнки урындағы милләттәштәребеҙ күптән үҙ туған телендә белем алырға теләк белдерә ине.
«Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре урындағы мәктәптәрҙә асыла. Йәкшәмбе мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башҡорт мәҙәниәте һәм тарихы дәрестәре, ҡурай һәм бейеү түңәрәктәре ҡаралған. Дәрестәрҙе урындағы уҡытыусылар менән берлектә Учалы һәм Әбйәлил райондары, Сибай ҡалаһының республика гимназия-интернаты уҡытыусылары ойоштора. Башҡорт йәкшәмбе мәктәптәренең эшен март айында башлап ебәрергә ниәтләйбеҙ», — ти Булат Зинуров.
Башҡорт телен күрше өлкәләрҙә дүрт меңдән ашыу уҡыусы өйрәнә һәм бында ыңғай динамика күҙәтелә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. Быйыл ҡатнашҡан 726 уҡыусы араһында 6 күрше төбәк уҡыусылары ла бар ине. Киләсәктә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә берләштергән башҡорт мөхите үҙәктәренә әүерелер тип күҙаллана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Башҡорт ҡоролтайы
Читайте нас в