Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 17:23

“Өләсәйем өйрәткәйне...”

“Үҙем эшләй башлағандан алып, кешеләргә ярҙам итәм. Ул саҡта миңә 20 йәштән саҡ ҡына күберәк ине..."

#Беҙ бергә: Өфө эшҡыуары – акция партнеры ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә аҙыҡ-түлек тарата.
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй #Беҙ бергә үҙ-ара ярҙам итеү акцияһы партнерҙары ауыр тормош хәленә тарыған күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итә.
Мәҫәлән, эшҡыуар Вадим Заһитов һәр ай һайын күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек тарата. Ошондай ярҙам алғандар араһында Евсюковтар ғаиләһе лә бар. Андрей Александрович, ҡатыны вафат булғандан һуң, яңғыҙы биш бала тәрбиәләй. Ә иң бәләкәсенә – бер йәш тә өс ай. Шуға атай әлегә эшләй алмай. Улар, нигеҙҙә, социаль түләүҙәр арҡаһында йәшәй һәм һәр ярҙамды рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп ала.
Вәлиевтәр ғаиләһендә иһә туғыҙ бала. Уларҙың барыһы ла бәлиғ булмағандар. Был ғаилә өсөн аҙыҡ-түлек һәм иң кәрәкле тауарҙар һалынған ҡаптар – бик ҙур ярҙам. Улар һәм башҡалар эшҡыуар Вадим Рәил улынан беренсе тапҡыр ғына алмай. Әйткәндәй, Яңы йыл алдынан да эшҡыуар 70 бүләк йыйылмаһын аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һәм инвалид балаларға тапшырған.
“Үҙем эшләй башлағандан алып, кешеләргә ярҙам итәм. Ул саҡта миңә 20 йәштән саҡ ҡына күберәк ине. Яҙ #Беҙ бергә акциһы хаҡында белгәс үк Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронтының төбәк бүлексәһенә шылтырата һалдым. Шул ваҡыттан ярҙам итәм. Өләсәйем мине килем өлөшөн мохтаждарға бирергә тип өйрәткәйне”, – тип белдергән Вадим Заһитов.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/l-s-yem-yr-tk-yne-661049/
Читайте нас: