Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 13:20

Иң көслө кеше лә прививка яһатҡан

Ҡатыным:”Әйҙә, Эль һин беренсе бул. Һиңә ҡарап беҙ ҙә эшләтербеҙ,” - тине...

Рәсәйҙә иң көслө кеше Эльбрус Ниғмәтуллин коронавирустан прививка яһатҡан. Өфөнөң 13-сө поликлиникаһында тыныс ҡына сират көтөп ултырған спортсыны күптәр танымағандыр ҙа. Күп тонналы самолетты урынынан ҡуҙғата алған стронгмен ни өсөн тәүгеләрҙән булып вакцина яһатырға булған?
- Мин бөгөн ғаиләмдә беренсе кеше булып коронавирустан прививка яһаттым. Был темаға ҡатыным менән һөйләшкәндә, ул: ”Әйҙә, Эльбрус, һин беренсе бул. Һиңә ҡарап беҙ ҙә эшләтербеҙ,” - тине. Дуҫтарым һәм туғандарымды үҙ артымдан эйәртермен, улар ҙа прививка яһатыр, тип өмөтләнәм.
Прививканы ҡабатлап өс аҙнанан һуң ғына яһаясаҡтар, шунан һуң ғына “ГамКовидВак” йөҙ процентҡа зшләй башлаясаҡ.
Вакцинаның сираттағы партияһы республикаға килде. Рәсәйҙең иң көслө кешеһе өлгөһөнә тотош завод – Өфө моторҙар етештереү берекмәһе коллективы ла ҡушылған.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/I-k-sl-keshe-l-privivka-ya-at-an-660867/
Читайте нас в