Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
3 Февраль 2021, 17:16

Башҡортостанға коронавирустан яңы вакцина килтереү ваҡыты билдәле булды

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы республикаға коронавирустан яңы вакцина килтереү ваҡытын әйтте.

Максим Забелин һүҙҙәренсә, быйыл март айында республика «Вектор» вирусология һәм биотехнология дәүләт ғилми үҙәге етештергән «ЭпиВакКорона» препаратын көтә.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы республикала коронавирустан вакцинация башланыуы тураһында хәбәр иткәйне. Вакцинацияға Дәүләт хеҙмәттәре порталында, «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһында йәки «Башҡортостан Республикаһы табибы» республика сайтында, колл-үҙәктең берҙәм телефоны (1301 һәм 122), Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә (8-347-218-19-19) яҙылырға мөмкин.
Башҡортостандың COVID-19-ҙың таралыуына ҡаршы көрәш буйынса республика штабы мәғлүмәтенә ярашлы, республикала 24 577 ауырыу осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә – 165 осраҡ.
Хәҙерге көндә республика стационарҙарында 402 сирле дауалана, уларҙың 64-е – ауыр хәлдә, 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 5382 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Һуңғы тәүлектә — 162, пандемия осоронда бөтәһе 18603 пациент һауыҡҡан. Уҙған тәүлектә хәүефле инфекциянан ике үлем осрағы теркәлгән.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов
Читайте нас: