Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Февраль 2021, 00:06

Көтөп уҙған ғүмерем...

"Әлдә тормошомда һин бар. Һин булмаһаң, бындай үрҙәргә менә алмаҫ инем. Ҡанатландырып тороусом минең, ҡатыным менән үткән күңелһеҙ ғүмеремә яҡтылыҡ өҫтәүсем", - тигәс, тағы ҡанатланып киттем, тағы түҙергә булдым.

Эдуардты көтөп йәшәүемә 30 йыл ваҡыт та үтеп киткән икән. Тик уның кеүек ирҙәр көтөүгә лайыҡлы...
Уның менән танышҡанда миңә 25 йәш тә юҡ ине әле. Автобуста осраштыҡ беҙ. Уның мине иғтибарлап күҙәтеүен күреп, юғалып ҡалдым. Ул шундай сибәр ине, оҙон буйлы, ҡара сәсле, мыҡты кәүҙәле. Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым үҙенә. Эдуард үткер булып сыҡты, үҙенең туҡталышы булмаһа ла, төшөп ҡалды, артымдан килеп танышты.
Эх, шул көндәрем ғүмеремдең иң бәхетлеһе булғандыр. Беҙ уның менән көн дә тиерлек осраша инек. Һәр саҡ сәскә гөлләмәһе, бүләктәр менән килә, матур һүҙҙәр һөйләй. Башымды юғалтып ғашиҡ булдым. Шулай өс-дүрт ай бәхет елкәнендә генә йөҙөп йөрөгән саҡта ул мине шаҡ ҡатырлыҡ хәбәр әйтте: ул... өйләнгән. Тик ҡатынын яратмай, уның менән ауырлы булғаны өсөн генә тора. “Ниңә шунда уҡ әйтмәнең” тигәс:
– Үҙеңде юғалтырға ҡурҡтым. Һин бит минең ғүмерлек мөхәббәтем, ә ҡатыным – яңылышлыҡ. Саҡ ҡына сабыр ит, бала тыуғас, айырылышам да һиңә бөтөнләйгә киләм, - тине һөйгәнем.
Һис тә икенсе булғым килмәһә лә, бер аҙ сабыр итергә булдым. Эдуард ғәйепле түгел бит тәүҙә мине түгел, ә уны осратҡанына.
Уларҙың ҡыҙҙары тыуҙы. Ҡатыны бәпесте бик ыҙалап тапҡан икән. Саҡ иҫән ҡалған. Төрлө сирҙәре ҡалҡып сыҡҡан. Әлбиттә, ундай ваҡытта Эдуард уны ташлап китә алманы. Ул бит һәйбәт кеше.
Ҡатыны нығынғансы, сабыйҙары үҫеп еткәнсе биш йыл ваҡыт үтеп тә китте. Инде беҙгә бергә булырға бер нимә лә ҡамасауламай тигәндә, һөйгәнемә ҙур вазифа тәҡдим иттеләр. Дәүләт хеҙмәтендә юғары поста эшләгән кешегә айырылышырға һис тә ярамай ине шул. Быны миңә Эдуард бик матур итеп төшөндөрҙө.
- Әлдә тормошомда һин бар. Һин булмаһаң, бындай үрҙәргә менә алмаҫ инем. Ҡанатландырып тороусом минең, ҡатыным менән үткән күңелһеҙ ғүмеремә яҡтылыҡ өҫтәүсем, - тигәс, тағы ҡанатланып киттем, тағы түҙергә булдым.
Йәшенеп осрашыуыбыҙға ун йыллап ваҡыт булды тигәндә, ауырға ҡалдым. Алмалай малай табып бирәм тигәйнем дә, ул ҡаршы төштө.
"Саҡ ҡына ваҡыт уңайлы түгел, аҡҡошом. Ҡатыным да икенсегә ауырлы, әллә нисек яңылыш килеп сыҡты, беҙ бит уның менән күршеләр кеүек кенә йәшәйбеҙ. Хәҙер шул проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Уңайлыраҡ мәле еткәс, һин миңә бер түгел өс малай табып бирерһең", - тине.
Үпкәләнем, иланым, тик күндем. Яңғыҙым бала ҡарап ултыра алмай инем шул. Уға ҡаршы барып тапһам, асыуына тейермен тип ҡурҡтым.
15 йыл үткәс, уның ҡатыны өсөнсөгә ауырға ҡалды. Бына шунда мин ныҡлап үпкәләнем уға. Күршеләр кеүек йәшәгәндәрҙең өсөнсө балалары тыумай бит! Уны ташланым, башҡа килмә лә, шылтыратма ла, тинем. Тап ошо ваҡытта артымдан бер хеҙмәттәшем йөрөй ине. Ул буйҙаҡ ир, бөтә ере лә килгән дә бит, тик күңелемә ятманы. Эдуард кеүек матур итеп һөйләй ҙә белмәй. Килә лә йә кранымды йүнәтә, йә ремонт эшләй башлай. Күңелем тураһында уйлап матур һүҙҙәр ҙә әйтә белмәне, исмаһам. Ҡыҫҡаһы, ташланым уны. Бер ай ҙа үтмәне, Эдуардҡа үҙем шылтыраттым һәм аралар кире тергеҙелде. Уның кеүек ирҙәр булмауын белгәс, башҡаса холҡомдо күрһәтмәй генә түҙергә булдым. Аҙнаһына ике-өс осрашыу ҙа етте миңә. Эйе, бөтә ялдар, байрамдарҙы ғаиләһе менән үткәрә. Балаларына матур өлгө күрһәтер өсөн генә кәрәк ине уныһы. Уларҙың да ауыр үҫмерлек осоро еткәйне бит.
- Ҡатын ҡартайҙы, йәмһеҙләнде, һимерҙе, йүнләп ашарға бешерә лә белмәй. Ә бына һин, исмаһам, һаман алма кеүекһең, ул һинең тырнаҡ осоң хәтле лә түгел шул. Әлдә һин бар был тормошомда, бер мәғәнәһеҙ үтер ине, - тип әйтә башланы Эдуард.
Шулай шул һөйәркә бит һөйөү һүҙенән алынған. Нимә инде ул ҡатын... Мин уға һөйөү өсөн кәрәк.
Ошо көндәрҙә 55 йәш тулды миңә. Эдуардҡа - 60. Ул әле һаман айырылыша алмай. Уның бит ике ейәне, өс ейәнсәре бар. Балаларға матур ғаилә өлгөһө кәрәк...
Оҙаҡламай Эдуард пенсияға сыға, миңә лә күп эшләргә ҡалманы. Бына шунда, ниһайәт, бергә буласаҡбыҙ беҙ. Һөйгәнем менән бәхетле ҡартлыҡҡа мин лайыҡ! Бушҡа ғына уны ғүмерем буйы көтмәнем бит.
(Өфөлә йәшәгән бер ханымдың һөйләгәндәренән).
Фото: Яндекс.Дзен
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в