Өфөлә ғаиләһе менән 17 ғинуарҙа иҫерек водитель арҡаһында ҡот осҡос аварияға эләккән 29 йәшлек Эдуард Ш. иҫенә килә алмай вафат булды. Бик ҙур күтәргеһеҙ ҡайғы... Ғаиләһенә, туғандарына, дуҫтарына Хоҙай ярҙам бирһен. Барыһы ла әлеге лә баяғы эскелек, күпме кешегә хәсрәт, бәлә-ҡаза килтергән яуапһыҙлыҡ арҡаһында. Бындай фажиғәләр тағы күпме булыр, быны бер кем дә әйтә алмай.
Йәштәр ике йәш ярымлыҡ сабыйҙары менән үҙҙәренең "Hyundai Elantra" автомобилендә ауылдан ҡайтып барғанда ҡаршыларына кинәт юғары тиҙлектә "Ford Explorer" машинаһы килеп сыға. Ҡаты бәрелеш һөҙөмтәһендә ир менән ҡатын да, улдары ла йәрәхәтләнә. Айырыуса Эдуардтың яралары ныҡ була. Асыҡланыуынса, аварияла ғәйепле ир иҫерек булған. Эдуардҡа бер нисә операция яһайҙар, яһалма медицина комаһына индерәләр. Табиптар ҡулдарынан килгәндең бөтәһен дә эшләй, әммә... Кисә ул аңына килмәй мәрхүм була...
“Ул кәм тигәндә өс балаға атай булырға хыялланды, диңгеҙҙе күрергә теләне... Уның хыялдары күп ине. Бына тигән атай, ир һәм кеше булды. Көтөлмәгән авария әллә күпме яҙмыштарҙы һындырҙы, күпме кешегә ҡайғы-хәсрәт килтерҙе. Уның улы бер ҡасан да атаһын күрмәйәсәк, ә ата-әсәһе - һөйөклө улдарын... Мин иң яҡын дуҫымды юғалттым”,- тип яҙған социаль селтәрҙә дуҫы Радик.
Эдуардтың ҡатыны менән улы әле һаман дауаханала. Уларҙың хәле тотороҡло тип баһалана, ғүмерҙәренә бер нимә лә янамай. Тик бына һөйгән ире һәм атаһы ғына башҡа юҡ...