Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 17:39

Бер юлы – өс игеҙәк быҙау!

Һыйыр йылы уңышлы башлана, тип ҡабул итәйек был ғәжәйеп хәбәрҙе.

Башҡортостанда бик ҡыуаныслы һәм ғәжәп хәл булған. Дыуан районының Мәтәүле ауылында йәшәгән Голосовтарҙың Зорька ҡушаматлы һыйыры бер юлы өс быҙау тыуҙырған! Был турала район баҫмаһындағы хәбәрҙе күреү менән беҙ ҙә бик ҡыҙыҡһындыҡ һәм ғаиләне эҙләп табып, улар менән яҡынданыраҡ таныштыҡ.
Анастасия менән Иван Голосовтар элек Өфөлә йәшәгән. Ғаилә башлығы шунда тыуып үҫкән, ә Анастасия - Бөрө районы ҡыҙы. Улар ҙур ҡалала уҡыған саҡта таныша, өйләнешә, тик икеһенең дә күңеле ауылға тартып тик тора. Ғаиләнең экологик яҡтан таҙа урында йәшәгеһе һәм үҙҙәре аҫраған мал-тыуар ризығы менән туҡланғыһы килә.
Алты йыл элек улар, хыялдарын тормошҡа ашырып, Дыуан районына күсеп ҡайтҡан. Егәрле йәш ғаилә мал аҫырарға ҡарар итә. Бөгөн уларҙың дүрт һыйыры, бер аты бар, умарта ла тоталар.
– Ҡалала йәшәгән кеше нисек ҡурҡмай ауылға ҡайттығыҙ ҙа мал аҫырай башланығыҙ? – тип һорайбыҙ Анастасиянан.
– Тәүҙә кәзәм булды, уны һауып күнеккәс, хәҙер һыйырҙар бер ни тормай, – тип көлә ул. – Һыйыр һауа торған аппарат алдыҡ, дүрт һыйыр менән унһыҙ булмай. Үҙемдең дә өс бәләкәй балам үҫә бит, уларға ла ваҡыт кәрәк.
Голосовтарҙың ғаиләһендә өс бала – ике ҡыҙ һәм бер малай. Өлкән ҡыҙҙарына дүрт, улдарына өс һәм бәләкәстәренә йәш ярым ғына әле. Анастасия балаларын да ихлас тәрбиәләй, мал-тыуар ҡарарға ла ваҡыт еткерә.
Беҙ уларҙан өс быҙау тыуыу тарихын белештек. Быҙауҡайҙар 27 ғинуарҙа донъяға килгән икән.
“Ана быҙаулай, бына быҙаулай тип көтөп йөрөй инек. Ул көндө ирем атын өйрәтеп ҡайтып һарайға ингән дә Зорьканың быҙаулауын күреп ҡалған. Шунда уҡ мине саҡырҙы. Беренсеһе тыуғас, уның бәләкәй генә икәнлегенә иғтибар иттек, әммә тағы берәү бар тип башыбыҙға ла килтермәнек. Шуға күрә тағы бер быҙау тыуғас, шатлығыбыҙҙан ни эшләргә белмәнек.
Уларҙы инәләре менән ҡалдырып, йүгереп өйгә инеп киттек. Йылы һыу, урын әҙерләй башланыҡ. Саҡ ҡына һуңғараҡ, хәлдәрен белешәйем тип, Иван тағы сыҡҡайны, ерҙә өсөнсө быҙауҙың ятыуын күреп ҡалған. Әлдә ваҡытында сыҡҡан, сөнки уның ауыҙына лайла йәбешеп, меҫкен тын ала алмаған. Тиҙ генә таҙартҡас, уныһы ла тороп китте. Тәүҙә хәле хөртөрәк ине, тик өйҙә йылыла тотҡас, шәбәйеп китте.
Беҙҙең өсөн был шундай аптыраҡ булды. Шатлыҡтан ни эшләргә белмәнек. Беҙҙең дә ике ҡыҙ һәм бер малай бар, Зорьканың да ике ҡыҙ менән бер улы булды тип ҡыуанабыҙ”, – ти Анастасия.
Улар быҙауҙар өсәү булыр тип көтмәй һәм быға бөтөнләй әҙер булмай сыға. Шул уҡ көндө бәләкәстәрҙе йылыға индергәндәр ҙә һарайҙарына электр үткәрә һалғандар. Һәр быҙауға айырым йылы урын әҙерләгәндәр.
– Ветеринарҙар менән һөйләштек, өс быҙау – бик һирәк күренеш. Мин бындай осраҡтар тураһында мәғлүмәт эҙләп ҡараным, тапманым. Алтайҙа мәҫәлән, утыҙ йыл эсендә шундай бер осраҡ ҡына булған. Ҡыҙыҡ, – ти ул.
Быҙауҙар менән әсәһенә килгәндә, улар үҙҙәрен яҡшы тоя. Тик бөтәһенә лә һөт етерме икән, тип ҡайғыра хужалар, сөнки бәләкәй быҙауҙарға сит һыйырҙың һөтөн биреү хәүефле икән.
– Әле тағы бер һыйырым “декретҡа” китергә йөрөй, ошо арала уны һауыуҙан туҡтатам. Ҡалған икәүһе лә быйыл быҙаулар тип көтәбеҙ, шөкөр, артабыҙ, – ти хужабикә.
Егәрле Голосовтар үҙҙәренән ҡалған һөттө урындағы кооперативҡа тапшыралар. Шул уҡ ваҡытта һыйыр майы эшләү өсөн ҡорамал һатып алырға уйлайҙар, бынан тыш, киләсәктә фермер хужалығы булараҡ теркәлергә тигән хыялдары ла бар икән.
– Ниндәй йүнәлеш һайларға әле хәл итмәнек. Ауыл хужалығының бар тармаҡтарын да яйлап өйрәнәбеҙ. Умарталарыбыҙ ҙа бар, бына яңы ғына ат алып өйрәтә башланыҡ. Үҙебеҙҙе төрлө йүнәлештә һынап ҡарайбыҙ, бәлки, киләсәктә фермер булып китербеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда бик эш юҡ, ә беҙҙең ҙур ғаиләне ҡарарға кәрәк. Шуға күрә төрлө юлын эҙләйбеҙ, – ти Голосовтар.
Ветеринарҙар фекеренсә, бер юлы өс быҙау тыуыуы бик һирәк осрай. Улар һыйырҙы һәм уның быҙауҙарын ҡарап, һаулығын тикшергән. Тик яҡшы итеп ҡарауҙары, һәйбәт итеп ашатыуҙары арҡаһында ғына малҡай өс быҙауҙы имен йөрөтөп, иҫән-һау таба алған.
Быны Һыйыр йылының уңышлы башланыуы тип ҡабул итәйек. Йыл бәрәкәтле, имен килһен! Ә һеҙҙең ошондай осраҡтар тураһына ишеткәнегеҙ бармы, дуҫтар?
Фото: шәхси архивтан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас в