Даирә
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
1 Февраль 2021, 21:34

Ауыҙыңды үлсәп ас!

Бөгөндән алып социаль селтәрҙәрҙә һүгенеү һүҙҙәре ҡулланған кешеләр өсөн тыйыуҙар үҙ көсөнә инде. Һүгенгәндәргә нимә янай?

Бөгөндән алып социаль селтәрҙәрҙә һүгенеү һүҙҙәре ҡулланған өсөн штрафтар үҙ көсөнә инде. Яңы ҡанундың шарттары хаҡында һөйләп үтәбеҙ.
Һүгенгән өсөн кешегә штраф һалынмаясаҡ, уның яҙып ҡалдырған комментарийҙары ғына юйыласаҡ. Был социаль селтәрҙәге ҡулланыусыларға теҙгенде бушатырға, насар һүҙҙәрҙе элеккеләй иркен ҡулланырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Сөнки бындай контентты сайт йә социаль төркөм хужалары юйырға, кәрәк булһа, ҡулланыусының бында хоҡуғын сикләргә тейеш була.
Һүгенеү һүҙҙәре булған яҙмаларҙы һәм башҡа законға ярашһыҙ мәғлүмәтте юйыуҙан баш тартҡан интернет-майҙансыҡтарға һигеҙ миллион һумғаса штраф янай.
Шул уҡ һүгенеү һүҙҙәре ҡулланып оппонентын мыҫҡыл итеп, кәмһетеп яҙғандар өсөн ил закондары кодексында “Кәмһетеү” статьяһы бар. Уның сиктәрендә закон боҙғандарға 100 МРОТ-ҡа тиклем күләмдәге штраф йәки ярты йылға һуҙылған холоҡ төҙәтеү эштәре янай.
Йәмәғәт урындарында һүгенгәндәр 15 тәүлеккә иректәрен мәхрүм ителә, йәки 15 МРОТ күләмендәге штраф түләй.
Фото: vesti-k.ru
Автор: Айгөл Йәмилева
Читайте нас в