Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 22:00

ЙӘН ҺЫҘЛАТЫР ЙЫР

Вокзал перронынан әле генә инеп ултырһа ла, автобустың лупа кеүек ҡалын тәҙрәһе аша төшкән сағыу ҡояш нурҙары Зәбирәнең тамам теңкәһенә тейеп тә өлгөрҙө. Эҫе, тынйыу салонға берәм - һәрәм ингән пассажирҙарҙың билеттарын мыштым ғына тикшергән контролер ҡыҙға ла бер аҙ асыуы ҡабарҙы. Тиҙерәк ҡуҙғалырға ине!

Ҡулындағы ярым ярты ирегән туңдырмаһын ике һоғоноуҙа тешләп ҡапты ла йәш ҡатын, ҡорған ишараты кеүек ялпылдап торған сепрәкте йүнәтеп тартып ҡояштан ҡасып маташты. Ә томрау йәй барыбер үҙенекен итте...
— Һаумыһығыҙ! Һеҙҙең янға ултырырға мөмкинме?
Күҙҙәрен йомоп, шул арала алда көткән күңелле осрашыу кисерештәрендә аҙашҡан Зәбирәне кемдеңдер өндәшеүе һиҫкәндереп уятты.
— Әәәә?! Әлбиттә.
Баштан аяҡ алһыу ғына ебәктән төрөнгән, сәстәрен дә ал яулыҡ эсенә йыйған мөләйем мосолман ҡатыны урынлашты янына.
Ултырҙашын күҙ ҡыры менән генә күҙәтеп, Зәбирә һоҡланып ҡуйҙы. Була бит шундай сафлыҡ бөркөп торған ҡатындар!
Үҙенең өҫ - башын, кейем һалымын , әлеге гүзәл ханым янына ҡуйып сағыштырып маташты.
Иртән һыйыр һауғас, йәһәтләп сыҡҡайны автобусҡа , шуға сәс мәсен дә әллә ни нөғәтләмәй бер резинкаға тартып бәйләгәйне. Өҫтөндәге иркен билле күлдәге лә хәҙер өсөнсө "срокты" тултырышһам тип сыҙам йәбешкән тәненә, ә инде ҡала саңын мул ғына үҙенә һылаған йомшаҡ тәпешкәһе, ана, хатта үҙе үк оялғандай ултырғыс аҫтына аяғы ние менән тартылды.
— Ғәфү итегеҙ, һеҙ ҡайҙа хәтлем бараһығыҙ?
Зәбирә терт итеп ҡалды әле генә өҫ башын "тикшергән" гүзәлдең үҙенә ҡабаттан өндәшеүен күреп.
— Эээ...мин ней...э... иң аҙаҡҡы туҡталышҡаса... Яланаҡырға тиклем.
— Улай икәән...Апай, ярҙам итмәҫһегеҙме миңә? Мин оҙаҡ ҡына был яҡтарҙа булманым, шуға ер һыуҙы ла онотҡанмын тиерлек.
Монарлыға бара ятыуым да бит, юл буйы ауылдар күп, туҡталышымды уҙып китмәйем тип ҡурҡам.
— Монарлы тиһегеҙме?!
— Эйе. Ә ниңә һорап ҡуйҙығыҙ?
— Юҡ, былай ғына. Таныш ауыл. Булғаным да бар унда. Матур ауыл. Ярай, мин һеҙгә ул ауылға етә иҫкәртермен!
Ултырҙашы йөҙөнән бер көлтә нур һибелгәнен күргәндәй булды Зәбирә. Ул рәхмәтен әйтеп, ихлас ҡына ҡуҙғалған автобустың бәүелтеүенә ҡушылып алғы тәҙрәнән күҙен алмай юлға текләне.Шулай ҙа уның ниңәлер һиҫкәнеп, тынысһыҙ ултырыуы ла һиҙелә биреп ҡалды.. Берсә ике ҡулының баш бармаҡтарын бергә өйрөлттө, берсә былай ҙа һылашып ҡына ябылған яулығы ҡаптырмаларын ысҡындырып кире ҡуйҙы. Арыуыҡ юл үткәнсе күҙәтте ул шулай.
Юл үҙенекен итә барыбер. Арыған, талсыҡҡан Зәбирә ике ҡулы менән әлеге мәлдә иң ҡәҙерле йөгө - ҡорһағын ҡосаҡлап, бер аҙға күҙҙәрен йомдо...
Бына тиҙҙән ҡайтып етер... Гәрәйе ҡаршы алыр... сыр - сыу килгән ҡыҙҙары йүгерешер... Зәбирә мут йылмайыр... Кем, кем була бәпәй, йә, әйтә һал! Малаймы? - тип ире һорауҙарға күмер... өндәшмәҫ Зәбирә... өндәшмәй торор... ошо татлы минуттарҙы ул күпме көттө...? Бына бит! Ниһәйәт малай! Зәбирә малай тыуҙырасаҡ!
Ух , ҡыуаныр инде Гәрәйе!
Күтәреп алыр, күккә сөйөр хатта...

***

Монарлы - автобустар йөрөр трассанан саҡрым ярым ситтә ятҡан ауыл. Туҡталҡанан ҡарағанда ауылы хас та оло ҡаҙан эсендә ятҡан кеүек күренә. Тик теге саҡрым ярым юлды үткәс кенә, ауылдың тип тигеҙ урамдарын, иркен ултырған өйҙәрен күреп, тегендә, үрҙә күренгән күренештең бер аҙ ысынбарлыҡҡа тап килмәүен сырамытаһың.
Зәбирә техникум тамамлар йылды тәүге хеҙмәт практикаһын тап ошо ауылда үткәйне. Саҡрымдан ашыу юлды түбәнгә ҡарай атлап, колхоз кәнсәһен тапҡанынса арып ҡына хәлдән тайғайны шул саҡ.
Тап бөгөнгөләй эҫе, томрау ине ул көн. Зәбирә кәнсәгә килеп ингәндә тик өлкән хисапсы Хәмдиә апай ғына ултыра ине урынында. Үҙ ҡулы аҫтына ярҙамсы килеүенә ҡыуанып ҡуйғандай булғайны ул. Зәбирәгә практикаһы осоронда ятып торор яңғыҙ әбей эҙләп урынлаштырыусы ла шул Хәмдиә апай булды.
Зәбирә төшөр өй тыштан ҡарағанда һис кенә лә әбей кеше йәшәгәнгә оҡшамай ине. Бейек күтәрмәле йорт, хатта мәле өсөн заманса күренгән дүрткел тәҙрә ҡапҡастары ла ҡуйы зәңгәр төҫкә буялып, тәҙрә төптәренән аллы гөллө ярандары күҙҙе иркәләй.
Һылыу әбей бәләкәс ейәне менән көн күрә икән был йортта. Өс йәштәр тирәһендәге Даян исемле ейәнен инәйҙең үҙ ҡарамағында тотоуын Зәбирә башта ваҡытлысалыр тип уйлағайны. Һылыу инәй менән бер береһенә өйрәнешеп, асылышып һөйләшә башлағас ҡына, ейәнен ни өсөн үҙе тәрбиәләүенең төбөнә төштө. Ҡараҡай ғына төпөш малай тыштан ҡарап тороуға ғына ут шаяны икән дә, иғтибарлыраҡ ҡараһаң, сөм ҡара күҙҙәрендә уның балаларса ҡыҙыҡһыныу һәм тәрән һағыш сатҡылары сағыла ине.
Ауыл осона ҡараған тәҙрә төбө - Даяндың яратып ултырыр урыны. Малайҙың ҡайһы саҡ көндәр буйы ҡымшанмай шул тәҙрә яҡтауына баш терәп ултырыуынан аралап, Һылыу инәй уны әүрәтеп йә һыу буйына, йә күршеһенә йомошҡа сыҡһа ла, бергә алып йөрөр булды. Әллә был бәләкәс ауырыу микән, тип тә уйлап ҡуйғайны Зәбирә. Баш бармағын юҡ юҡта ауыҙына ҡабып йөрөүе лә сәйер күренде шул.
Һылыу инәй Зәбирәнең уға егерме көнгә генә булһа ла өйҙәш булып төшөүенә ҡыуанып бөтә алманы. Алсаҡланып ҡыҙҙың ата әсәһен, тыуған яҡтары хаҡында һорашты. Һүҙ тиһәң кеҫәгә төшөр заттан түгел Зәбирә лә, түкмәй сәсмәй үҙе хаҡында һөйләне лә һөйләне...
Ә кистәрен, йоҡларға ятҡас Даян гел илай ине. Һылыу инәйҙең шыбырлап ҡына:
— Килә, килә ул...иртәгәә килә...илама йәме... йоҡла... илаһаң килмәҫ атыу... -тип малайҙы йыуатыуҙарын ишетеп ятты.
Бер көн Зәбирә төнгәсә ҡағыҙ эштәре менән өҫтәл башында ултырҙы. Даяндың сираттағы һыҡтауҙарынан тымыҙып, әүрәтеп йоҡлатҡан Һылыу инәй ҙә Зәбирә янына сығып ултырҙы.
Баш баҫып һанһыҙ ҡағыҙҙарға күмелеп иҫәп сығарып ултырыусы ҡыҙға ҡамасаулыҡ килтерергә теләмәй генә Һылыу өләсәй Даяндың ниңә ата әсәһе менән булмауын ҡулындағы бәйләменән күҙ алмайса ғына бәйән итте...
— Өндәшмәйһең дә, һорашмайһың да... Эстән барыһын да һиҙеп- һипһенеп йөрөйһөңдөр инде ҡыҙым...
Кеше һымаҡ тыныс ҡына ҡартлыҡ кисерергә яҙманы инде миңә, тип китәм дә, уйҙарымдан кире сигәм...
Йәл бит ошо баланың һыҡраныуын күреү. Бисара, һәр кис һайын иртәгәне көттөрөп йоҡлатам да, таң атһа, тағы иртәгәгә өмөт усағы яғам...
Килен балам ташлап китте бит...
Ауылдаштар минән күрә, имеш тә ҡыҫтырылам икән тормоштарына... Уҫалмын йәнәһе лә...
Үҙемде артыҡ күрәләрҙер тип, күрше тирәнән оят булһа ла, урамдағы анау иҫке йортҡа ла күсеп сығып ҡараным...
Һис ыҡҡа барманы бит...
Улым совхозда эштәне, киленгә лә декрет ялынан һуң урын бушарға әҙер ине...
Юҡ юҡтан низағ сығарҙылар. Улым да тырыз шул. Береһе еңәм тип, икенсеһе баш бирмәйем тип ҡырт киҫештеләр. Ашарҙарына бар, ятып инерҙәренә өй ҙур, сығып китһәләр арттары ҡараулы булды, ҡайтып инһәләр ишек асыҡ һый әҙер торҙо, белмәйем инде...
Даянға йәш тирәһе булғас ныҡлап боларыша башланылар. Әллә нишләп көсөн гел балаға төшөрҙө килен. Килен, улыма, Мансурға, үсекһә лә, Даянды һуғып, ҡайһы саҡ өҫтәл аша диванға бырғата торғайны.
— Мә! Миңә бала кәрәк тип һин әйттең бит! Ал! Мин таптым, һин көт, тип екеренде гел.
Ишетмәмеш, күрмәмеш булып ҡала яғына сығып та киткеләнем.
Бер ҡайтһам шулай, баланың һырт буйы күм күк. Күрмәнем дә әле уны тәүлә. Арыуыҡ ҡырҙа булып ҡайтҡас, баланы һағындырған, һаҡ ҡына арҡаһына ҡағылып һөйәм тиһәм дә балаҡай ялтана.
— Ана, һине яратмай, шуға ҡаса! Теләһә ҡайҙа йөрөп ғәйбәт йыйып ҡайтҡаныңды бала ла белә, - тип һалды ошоғаса бер ытырғанып ҡаршы һүҙ әйтмәгән килен балам.
Тыуғас та, көс күреп, ризалыҡһыҙ ғына имеҙҙе баланы. Әллә ниндәй шыптыр һауытлы һөтөн иҙеп эсергәнен күреп, әсә һөтөнә етмәй, имеҙ, килен, тигәйнем, шунан китте мине дошман күреү.
Мине йонсоһон, төнөн йоҡламаһын, тиһең инде, тип ауыҙ эсенән мыңғырҙаны.
Балаҡай саҡ ҡына йүткерһә лә, витаминлы һөт эсертмәйегеҙ бына, ауырый инде, зәғиф тә булыр әле, тип мине ҡурҡытты.
Ятһам-торһам Хоҙайымдан гел ошо икәүгә ярашыу һораным. Әллә һоҡ тейҙе инде тип, үҙҙәре өйҙә юҡта бар кейем һалымдарын өтәҫләп тә ҡараным, өшкөртөлгән тоҙ һибеп ризыҡ та яраштырҙым...
Ике йәш тулыр тулмаҫ саҡта килен балам беҙҙе ташлап сығып ҡасты.
Ир бит, артынан сығып ҡайтарып маташты. Көндөҙҙәрен имеҙлек имеп, төнгөлөккә әсәһерең түшен матҡып ятып өйрәнгән Даянға иң ауыр саҡтар етте...
Әйткән һүҙҙе ауыҙға ҡарап ҡына "йотоп" торған бала, һәр кис минең әүрәтеп "әсәй иртәгә ҡайта, иртәгәәәә " тигәнемә ышанып, баш бармағын имеп йоҡлауға күнде.
Иланы барыбер. Уның ыңғайына үҙем түгелдем. Мансурым етә атай наҙы күрмәне, был балам әсәйһеҙ тип әсендем...
Шул тиклем моңһоҙ ҙа әсә була икән! Нисек һөтө китмәгән түше һулҡыманы икән дә, балаҡайы иҫенә төшмәне икән?
Мансурым алыҫтааанн алып ҡайтҡайны үҙен. Совхоз ҡайһылыр бер поселок яғына командировкаға ебәргәйне, шунда тап иткән икән үҙен. Яратты шул Мансурым үҙен, йәйҙә тап итте лә, ҡара көҙҙә әйттереп алып ҡайтып та ҡуйҙы. Ил һылыуы ине шул минең киленем!
Миңә ҡаршы ниндәй генә һүҙҙәр әйтеп торһа ла, үҙ балаларын үҙҙәре көтөп, бергә йәшәһәләр, мин үҙемде бәхетле һанар инем, риза булыр инем...

Зәбирәнең бөтөнләй яҙыу һыҙыу эшен ташлап үҙ ауыҙына текләп ултырыуын күргән Һылыу әбей, ҡамасаулауына уңайһыҙланып ҡуйҙы.
— Ҡыҙым, йәш кенәһең шул, башыңды ҡатырып әллә нимәләр һөйләп, мишайтлап тик ултырам. Әтчутыңды яңылышып ҡуйма, ҡуй, минең зарым һиңә нимәгә? - тип бәйләмен һалып урынынан ҡалҡынды.
— Инәй, минең хисап эшем бөттө ул. Ә һеҙ һөйләгеҙ, минең бөгөн бөтөнләй ҙә йоҡом килмәй етмәһә. Аҙна ғына көнөм ҡалды, ҡайтып китһәм, мәңгелек сер булыр һеҙҙең һөйләгәндәр. Аҙаҡ уйлармын, нишләп һораманым икән тип, үкенермен дә...
— Ииий, ҡыҙымды... Бына ошолай һинең һымаҡ ҡына илгәҙәк бала ине бит киленем. Һылыуҙың килене күҙ ҙә ҡаш, тип һүҙ йөрөттө ауылдаштар. Эшкә лә уңған булды. Ят ят ризыҡтар бешереп уңғанлығын иҫбатланы. Бәйләмгә тотонһа ла берҙәй итеп ҡул эше ҡойоп һалыр ине. Йәл, ерһенмәне беҙҙең яҡтарға...
Башҡаса бер сәбәп тә тапмайым, үҙе лә Мансурыма әйткән бит, ауылығыҙ оҡшамай, йәшәй алмайым унда, тигән.
Гурыдҡа китегеҙ, мин әле йорт ҡураны ғына ҡарай алам, тип тә ҡараным бит әле. Анһат, беҙҙе ҡалаға ҡыумаҡсыһыңмы, тип һүҙемә ҡаршы төшкәйне килен балам.
Барманы түгел барҙы, баш һалып әллә нисә барҙы артынан улым. Һыу булып түгелеп иланыҡ Даяным менән тәүге осор.
Ҡоҙағыйҙарға барып етер хәл юҡ, кантурҙың өҫтәл тилифунынан ызванит иттерҙем. Улары ла аптырап баш сайҡауҙан уҙа алманы. Йәш бала тәрбиәләргә олоғайып киттем бит, шуға борсолдом.
Тыуған йортона ла ҡайтмаған икән килен балабыҙ, ҡайҙалыр туп тура эшкә киткән тинеләр. Балаларыбыҙ араһындағы сатнап ҡына торған арауыҡтың, беҙ ямау һала алмаҫлыҡ оло бушлыҡ булып ярылыуына ике яҡлап үкендек...
Упҡын, бушлыҡ өҫтөндә бер кемгә кәрәге юҡлығын аңлап илаған Даянымды күреп һыҡрандым...
Шулай ҙа, балам, мин киленемдем ҡасан да булһа кире килеренә ышанам. Тәүбәһенә ҡайтыр, иманына төрөнөп, йәнен һыҙлатҡан асырғаныулы йыр шауҡымында, ауылға инер...
Белмәйем инде, күңелем һиҙенә, күрмәҫмен шул ул көндө...
Әммә йәнем, рухым һиҙер...
Килер инде ул көн... тик һуң булыр...

— Эй.. Ярай, ҡуй. Илап йәш кипкән, инде һыҡранып ултырыуҙан да ни фәтеүә? Күрәсәген күрмәй әҙәм гүргә инмәй тигәндәре шул инде.
Һаулыҡ булһа, ир еткереп ебәрергә инде уй. Аңҡы тиңке Мансурым да, ана-бына шешә төбөнә ҡарай биреп маташты ла, шөкөр, ҡырға эшкә китте...
Ни хәл итмәк кәрәк?
Кеше күңеле ҡарурман, ти торғайны ҡәйнәм мәрхүмә. Ып ысынды әйткән икән дә. Хәҙер уйлап уйлап ҡуям да, ни тиклем хаҡ, раҫ һүҙле булған тип фекр йөрөтәм...
Йә, Аллаһ... Етәр, ҡыҙым, ятайыҡ. Иртәгә эшкәә үҙеңә, минең зар бөтмәҫ тә, китмәҫ тә инде...

Йоҡларға тип урын еренә ятып күҙен йомһа ла, һис йоҡо алманы Зәбирәне. Күҙе алдында мыҡты кәүҙәле йәш егет менән Һылыу инәй әйтмешләй, ил һылыуы ҡыҙ һынланды.
Бына улар етәкләшеп ҡарурманға табан атланылар, ҡыҙ ҡабаланды, егет тә йүгерҙе... Бала?
Эйе, бер бала ла бар бит улар артынса! Егет ҡыҙҙан ҡалышты, туҡтап туҡтап бала тауышы килгән яҡҡа боролоп артҡа ҡараны... ҡыҙ күҙҙән юғалды... егет ике уртала... улар өсәүләшеп аймылышты...
Зәбирә практикаһын бөтөрөргә ике өс көн ҡалғанда Монарлыла мәйет оҙаттылар. Ауылдың оло ғына ағинәһе булған икән мәрхүмә. Һылыу әбей ҙә мәйет оҙатышырға тип китте. Зәбирә эштән һуң Даянды үҙе менән алып урам тирәһен ҡыҙырҙы.
Аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояштан ҡасып һарай әүеҫтеге аҫтындағы бәүелсәктә лә бәүелделәр, хәтфә үләнгә ятып шаярышып та алдылар.
Бер мәл Даян урамдың ҡайһылыр бер мөйөшөнә инеп шымды. Зәбирә уҡыһам бәлки тип тотоп сыҡҡан китабына күҙ терәп кенә малайҙан күҙ яҙып ҡуйҙыммы әллә тип ҡурҡты. Ярай әле, иҫке аласыҡ артында ғына булған икән үҙе. Сөйгә элеүле ниндәйҙер төҫө уңа башлаған әллә халат әллә күлдәкме шул, шуны ҡосаҡлап тик тора.
— Даян, ништәп тораң?
Дөм ҡара күҙҙәрен тултырып ҡараған ҡараҡай малайҙың кисерештәрен Зәбирәгә аңлау мөмкин түгел ине.
— Әйҙә киттек. Әйҙә-әйҙә!
— Яааҡ, титәмәйем!
— Нимә итәң ул сепрәкте? Фу, ҡаҡай бит ул! Ана, себеш ҡаҡ иткән шуға, - тип әүрәтеп ҡараһа ла, елем менән йәбештергән кеүек торған баланы ысҡындырыу ауыр ине.
— Яааҡ! Ҡаҡай түге! Әсәйеке!

— Әйҙә инде, мәмәй бирәм. Күүүп итеп! Төтөт бар, пи-пииип, итәбеҙ...

Эй, бала... Әле генә матҡып бер сепрәк остоғона айырылмаҫ булып йәбешеп торһа, бер мәл Зәбирә апайының балаларса әүрәтеүенә ылығып, өйгә табан туйтанлап йүгерҙе...
Аҙаҡ ҡына белде Зәбирә, теге халат Даяндың әсәһенеке булған икәнлеген...

— Ҡыҙым, һин барҙа мин ҡалаға сығып әптиктән күҙлек алып ҡайтайым. Даянды ҡараштырып торорға кеше юҡ бит әтеү, тип Зәбирә барҙа йомоштарын барлап теүәлләп ҡуймаҡсы булды Һылыу әбей ҙә.
Ризалығын белдереп баш ҡына һелкте ул. Даянды көтөүҙең ни ауырлығы? Тамағы туҡ булһа, көндөҙ әллә ни иламай ҙа ул, уйнап тик йөрөй. Шулай ҙа күҙ ғараҡ булыу мөһим инде, бала бит.
Һыу буйына төштөләр. Ҡаҙҙар йыуынғанын күҙәттеләр. Яр ситенән ваҡ таш сүпләп һыуға кәйелтеп көлдөләр.
Ҡайтып килешләй, ҡырсын юлға сыҡҡас, малай ололарса уйға батып, бергилке юл үренә ҡарап торҙо.

— Нишләй, Даян? Кем бар?
— Анааа, дөтөт! Брррум- брррым, әсәй титә...итәгәәәә титә...
Ишеткәндәренән күңеле ебеп илағылары килде Зәбирәнең. Даяндың әле ныҡлап асылып та етмәгән теле, әсәй килә, анаауынан иртәгә әсәй килә, ти ине...

Зәбирәнең күңелендә матур ҙа, һағышлы ла хәтирәләре менән яҙылып ҡалды Монарлы ауылы. Бигерәк тә, теге оло юлға иткән саҡрым ярым юл сатында оҙата килгән Һылыу инәй менән көнгә ҡара янған яҫы битле уйсан күҙле Даян малай.
Хушлашыу минуттары яҡынлауына күңеле тулды Зәбирәнең. Алыҫта саң борҡотоп геүләп килгән автобусты күреп, Зәбирә һәр икеһен ҡыҫып ҡосағына алып, хушлашты. Күҙҙәренән атылып сыҡҡан ике бөртөк йәш тамсыһын да һөртмәй, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп юл аша ятҡан туҡталҡаға атланы.
— Аппай! Апааай!
Кескәй ҡулдарын болғап "пока" иткән Даяндың тауышы талғын елгә йыр кеүек кенә яңғырай ине.
— Аппаай! Итәйәәәә әсәй титә, ти, ти, - Даяндың был һүҙҙәренең дә айышына төшөндө Зәбирә. Иртәгә әсәй килә, кил, кил, тип саҡыра ине ул уны.
Эйе, эйе, тип ышандырған булып, юл аша ҡул болғаны Зәбирә...
***
— Кем Монарлыға төшәм ти ине?
Автобус шоферының тауыш көсәйткес аша ауыл исемен әйтеүенә Зәбирә саҡ урынынан һикермәне.

— Мин-мин! Туҡтағыҙ, мин төшәм!

Зәбирәнең эргәһендә ултырып килгән мөләйем һын ҡулына һәлмәк сумкаһын тотоп, автобустың туҡтауын да көтмәй ишек төбөнә барып баҫты.
— Автобустың туҡтағанын көтһәңсе ҡыҙым?! Ҡолап ҡуйһаң шунан?- тип өндәшеп ҡуйҙы алғы ултырғыста ултырған инәй.— Сабыр рахман, сабыр, балалар...

Автобус тәҙрәһенән йомолоп Зәбирә лә Монарлы яғына ҡараны. Таныш урындар...
Ҡасан ғына әле ошо юл сатында үҙен Һылыу инәй менән Даян оҙатҡайны...
Хәҙер Даян ҙурҙыр инде... Ә Һылыу инәй ...?
Ҡайтыр тип көткән килендәре нишләне икән...? Бәлки ҡайтҡандыр ҙа... Тағы ла бәпәйҙәре тыуғандыр...
Күпме ғүмер үткән? Егерме өс йыл...
Ошо юлдан өс ҡыҙын тапҡансы күпме үтте Зәбирә , бер Монарлыға боролоп ҡарамаған !
Ни хәлдәләр икән? Эх... белергә ине...

— Туҡтап тор, ҡыҙым, мин инәйем дә, - автобус туҡтап ишеге асылыу менән туҡталҡанан бер инәй эскә ашыҡты.
Теге һомғол "ал һын" инеп килеүсенең оло сумкаларына ҡамалып һаман ишек төбөндә тапана ине.
— Йә, булды. Бар төш...
Инеү менән юл билеты алырға ынтылған ҡатын, Монарлыға төшкән йәш ҡатынға һынсыл ҡараш ташлап ҡуйҙы.
— Ней, туҡта әле, ҡыҙым...
— Һеҙ миңәме?- аҙымы ашығыулы булһа ла, мөләйем йөҙ артҡа боролдо.
— Бәрәкаллаһ! Зәмһәрә килен! Һин түгелме был?
Был һорауҙан ҡатындың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
— Эйе, мин.
— Ииий! Балаҡайғынам! Һылыу еңгәм шул тиклем көттө бит һине! Нишләп кенә...иииий...

Күҙҙәрен тултырып автобус тулы кеше араһынан берәүҙең ни әйтерен көтөп төбәлеп, әсе яраһын әрнетеү алыуына сыҙамай, ҡатын бер һүҙһеҙ, ҡырт боролоп юл буйлап китте.
"Ал һындың" бая ғына башын текә тотоп торған яурындары, шундуҡ һалынып төшкәндәй күренде Зәбирәгә.
— Зәмһәрә килен! Бар һин, бар! Кире боролоп ҡуйма минең һүҙҙән. Иртәгә ҡырҡын уҡыталар Һылыу еңгәнең, мин дә ҡайтам ул уға тиклем. Анааа ҡара машина тора бит, шул Даян. Мине астануфкаға апсығышты. Бар, ултырып төш Монарлыға!,-тип урынынан пышылдап ҡуҙғалырға торған автобустың ишегенә башын тығып, яңы ингән ҡатын, теге һылыу һынға күрһәтмә биреп маташты.

Зәмһәрә килен? Һылыу еңгә, ти ме шул?
Зәбирәнең күҙ алдынан бер нисә секунд эсендә төрлө һындар йүгереште.
— Йә инде, бына... Яңы килә ятҡан була... Әҙерәк кенә алдараҡ ҡыбырҙарға булмай ине микән ни? Һы!

Алһыу бөркәнсекле һын ултырып килеп, әле бушатҡан урынға килеп сумған ҡатын, бер туҡтауһыҙ ауыҙ эсенән һөйләнде.
Зәбирә тамам хәл айышына төшөндө. Уның ошо минуттарҙың нисек үтеүен үҙе лә күргеһе килде.
Урыны мн соҡор - саҡырлы юлды яйлап барған автобус тәҙрәһе аша, ус аяһындай ғына булып күренгән Монарлыға илткән саҡрым ярым юлға күҙ алмай тәҙрәгә терәлде.

Анаа юл. Теге алһыу һын ҡояш нурҙарында атламай, гүйә күлдә йөҙгән аҡҡоштай, яй ғына түбәнгә шыла... Бына теге ҡара машина... Уның да ҡаҡ түбәһе сағыу ҡояшты үҙендә сағылтып, яр ситендә ятҡан оло ташты хәтерләтә.

"Һын" яҡынлай... тағы ла яҡыная... (Автобус! Шәбәйтмә әле тиҙлегеңде!) Хәҙер... Хәҙер ҡағылыр... Эй, юҡ!

Яр ситенә килгән аҡҡоштан өрккәндәй "ҡара таш"- машина, саң борҡотоп түбәнгә "осто"...
Тораташтай ҡатып бергилке ауыл өҫтөнә төбәлгән һын, бына, саң буранына ҡойоноп, яй ғына түбәнгә атланы...
Үркәс тауҙар аша үтмәҫ элек, Зәбирә тағы ла Монарлы яғына ҡараш ташланы.
Ә унда... Гүйә, йән һыҙлатыр моң аҫылынып тора ине...
Миңзәлә Сирғәлина
фото т.роза
Читайте нас: