Даирә
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 17:27

Указға йәнә үҙгәреш индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.

Документтың яңы редакцияһына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирлеләр өсөн мотлаҡ ҡурсаланыу тәртибе 11 февралгә тиклем ғәмәлдә ҡала. Кинотеатрҙар, театр-концерт берекмәләре, мәҙәниәт йорттары санитария-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәп, залдағы тамашасы урындарының иң күбе 70 процентын биләтеп, эшен дауам итә ала. Шулай уҡ ошондай шарт менән 29 ғинуарҙан төнгө клубтар (дискотекалар) һәм бүтән объекттар эш башлай.
Премьер-Лига клубтары араһында футбол буйынса Рәсәй чемпионаты матчтарын – трибуналарҙы иң күбе 85 процентҡа, Континенталь хоккей лигаһы матчтарын иң күбе 70 процентҡа тулыландырып уҙғарырға рөхсәт ителә. Профессиональ спорт командалары араһында Рәсәй чемпионаттарын, шулай уҡ башҡа ярыштарҙы асыҡ һауалағы спорт объектын 85 процентҡа, бина эсендә 70 процентҡа тулыландырып үткәрергә мөмкин.
Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары тәүлек әйләнәһенә эшләй ала. Залдағы кешеләр һаны сикләнмәй. Эш биреүселәр арауыҡта эшләүгә күсерелгән, шулай уҡ эш урынында булыуы ойошма өсөн бик мөһим булған 65 йәштән өлкәнерәк һәм хроник сирле хеҙмәткәрҙәр һанын үҙаллы билдәләй.
Республиканың дәүләт власы органдары һәм муниципалитеттар граждандарҙы шәхси ҡабул итеү сараларын башлай ала.
27 марттан, “Роспотребнадзор” талаптарын һәм санитария-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, профилакторийҙарҙың, шифахана-һауыҡтырыу, балалар, мәктәп яны лагерҙарының эше тергеҙелә.
8 февралдән республикалағы юғары уҡыу йорттары туранан-тура уҡыуға әйләнеп ҡайта.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас в