Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
29 Ғинуар 2021, 11:11

Радий Хәбиров: Ҡайҙа йылылыҡ өсөн хаҡты иҫәпләгәндә хата ебәрелгән, беҙ уларҙы төҙәтербеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә йылылыҡ өсөн факт буйынса түләүгә күсеү сәбәпле килеп тыуған хәлгә иғтибарын йүнәлтте.

«Йылылыҡ өсөн факт буйынса түләүгә күскәндә килеп тыуған хәл тураһында ла әйтәм. Был фатирҙарҙа артыҡ йылытыуға ҡарата бик күп ялыуҙар килде, ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар яғынан иҫәп-хисап яһағанда хаталарға юл ҡуйылды. Күп факттар раҫланды. Йылылыҡ өсөн хаҡты иҫәпләгәндә ҡайҙа хата ебәрелгән, беҙ уларҙы төҙәтербеҙ, халыҡҡа аҡсаны кире ҡайтарырбыҙ. Ләкин был хәл ҡабатланмаҫҡа тейеш. Йөкләмәләр бирҙем», — тине Хәбиров.
Бынан алда республика етәксеһе Йәмәғәт палатаһынан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләү мәсьәләһен махсус контролгә алыуҙы һораны.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: