Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 13:28

Республика халҡына рәхмәт!

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамәне башлап тәү сиратта республика кешеләренә коронавирус менән көрәштә түҙемлелек, сабырлыҡ күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

Әлеге минуттарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Тура трансляцияны БЮТ, “Сәләм”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа” һәм UTV телеканалдарында, шулай уҡ YouTube менән социаль селтәрҙәр аша ҡарап була.
Сара Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында ойошторолдо. Саҡырылған ҡунаҡтар барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәп, дистанция һаҡлап ултыра.
Мөрәжәғәтнамә коронавирусҡа бәйле хәлдәрҙе бәйән итеүҙән башланды. Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙ беренсе тапҡыр ошондай ҙур пандемия менән осраштыҡ. Ул бик күп ғүмерҙәрҙе алды, донъя иҡтисады һәм глобаль тотороҡлолоҡтоң бәкәленә һуҡты.
– Беҙҙең республика күп тапҡырҙар ауыр хәлдәрҙән лайыҡлы сыға алды. Пандемияға ҡаршы тороу йәһәтенән дә, федераль властар баһаһы буйынса, беҙ илдә иң яҡшыларҙан. Беҙ Владимир Путинға ваҡытлы һәм һөҙөмтәле ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Ул биргән вәкәләттәргә ярашлы, беҙ тәүге көндәрҙән алып кешеләрҙе һаҡлау өсөн барыһын да эшләнек. Мин барлыҡ республика кешеләренә сикләүҙәргә аңлап ҡарауҙары, түҙемлелектәре өсөн рәхмәт әйтәм, – тине ул.
Шулай уҡ был сирҙән һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Respublika-hal-ina-r-hm-t-652424/
Читайте нас: