Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 17:22

"Рәхмәт һеҙгә, Рөстәм!"

Радий Хәбиров ҡулдарында тауға менгән десантникты маҡсаттарға өлгәшеү өлгөһө тип атаны.

Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәләрен уҡыу тантанаһына республиканың алдынғы ҡарашлы, өлгө булырлыҡ шәхестәрен саҡыра тип әйткәйнек. Бөгөнгө сараға Рөстәм Нәбиев та саҡырылды. Был көслө рухлы егетте беҙҙә белмәгән кешеләр һирәктер. Омск ҡалаһында хәрби хеҙмәт үткән саҡта, һалдаттар йәшәгән казарма емерелә. Рөстәм емереклектәр аҫтында ҡалып, саҡ иҫән ҡала, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ике аяғын да ҡырҡалар. Тик был егет үҙен һис тә инвалид тип һынамай: иҫ киткес матур ғаилә ҡорған, сәйәхәт итә, блогерлыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың ғаиләһенә күптәр һоҡлана: ҡатыны Индира менән улар сәскәләй ике ҡыҙ үҫтерә. Ә былтыр ул күптәрҙе таң ҡалдырып, ҡулдарында илдең иң бейек тауы Эльбрусҡа менде.
Мөрәжәғәтнамә барышында Радий Хәбиров уның тураһында телгә алды һәм Рөстәмдең тауға менеүе тураһындағы фильм күрһәтелде.
– Беҙҙең бергә үткән ауырлыҡтарыбыҙ ни тиклем ҡатмарлыраҡ булһа, беҙ шул тиклем көслөрәк һәм берҙәмерәк буласаҡбыҙ. Һүҙҙәремде дәлилләп, десантник Рөстәм Нәбиевҡа алҡышлауығыҙҙы һорайым. Хеҙмәт иткән саҡта ул ике аяғын да юғалтты, 16 операция үткәрҙе. Ул яңыса йәшәргә өйрәнде, спортсы һәм билдәле блогерға әйләнде. Ә былтыр ҡулдарында ғына Эльбрусҡа менеүгә өлгәште. Рәхмәт, һеҙгә Рөстәм! Һеҙ барыһы өсөн дә өлгө, мөмкин булмаған нимәләр юҡ икәнлеген дәлилләйһегеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, Рөстәм Нәбиев Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһендә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Быйыл – икенсегә килгән.
– Былтырғы Мөрәжәғәтнамә менән сағыштырғанда, күпселек өсөн үткән йыл ауыр булһа ла, быйылғыһы ыңғайыраҡ килеп сыҡты. Башҡортостан Башлығының мине саҡырыуына, билдәләп үтеүенә ҡыуандым. Үҙемдең тауға менеүемде әллә ниндәй ҙур ваҡиға тип иҫәпләмәйем. Радий Фәрит улының республикабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләрҙе: табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен билдәләүе оҡшаны. Төбәгебеҙҙә ошондай кешеләр йәшәүе менән ғорурланам, – тине Рөстәм.
Рөстәм шулай уҡ республикала социаль мәсьәләләр хәл ителеүе, демографияны күтәреү өсөн күп нәмә эшләнеүен бидәләне. "Беҙ был эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө лә индермәксебеҙ. Ике бала менән генә сикләнергә уйламайбыҙ, малай ҙа кәрәк бит әле", - тине.
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/R-hm-t-e-g--R-st-m-652835/
Читайте нас: