Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 12:16

Мәктәптә туҡланыу - мөһим мәсьәлә

Баш ҡалала мәктәп туҡланыуының сифатын тикшереү буйынса рейдтар ойошторола башлаған.

Мәктәптә туҡланыу – республикала мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килә. 2021 йылда федераль бюджеттан башланғыс класс уҡыусыларын йылы аш менән тәьмин итеү маҡсатында ике миллиардҡа яҡын һум аҡса бүленгән. Республика ҡаҙнаһынан да 216 миллион һум уҡыусыларҙы туҡландырыуға йүнәлтелгән.
Төбәктә мәктәп ашханаларында әҙерләнгән ашамлыҡтарҙың сифаты ла контролгә алынған. Бигерәк тә аҙыҡ-түлектең ҡайҙан килтерелгәнлегенә, әҙерләү технологияһына ҙур иғтибар бүленә.
Баш ҡалала мәктәп туҡланыуының сифатын тикшереү буйынса рейдтар ойошторола башлаған. Төбәк комиссияһы әҙерләнгән ашта аҡһым, май, углеводтарҙың күләмен асыҡлау буйынса лаборатор анализдар уҙғарыу маҡсатында пробалар алған.
“Социаль туҡланыу идаралығы”нан хәбәр итеүҙәренсә, йылына ошо маҡсатта 700 тикшереү уҙғарыласаҡ.
Фото:sobityadnya.ru
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/M-kt-pt-tu-laniu-m-im-m-s-l-651814/
Читайте нас: