Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Ғинуар 2021, 13:23

Башҡорт майын Ҡытайға оҙаттылар

Шишмәләге май заводында етештерелгән 1,33 тонна рапс майы контейнерҙарҙа Ҡытайға ебәрелде.

Өфөнән Находка портына барлығы 62 контейнерҙан торған тауар поезы оҙатылды. Һәр контейнерҙа – Шишмә май заводы етештергән 21,5 тонна рапс майы. Республикабыҙ продукцияһы Находканан диңгеҙ буйлап Ҡытайға барып етәсәк.
Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Шишмә май заводы быға тиклем Балтика буйының биодизель яғыулығы етештергән предприятиеларын рапс майы менән тәьмин иткән.
2018 йылда Шишмәлә – 11,4 мең, 2019 йылда – 9,6 мең, 2020 йылда 14,1 мең тонна етештергән. Былтыр Башҡортостан аграр сәнәғәт комплексы экспортҡа 165,4 миллион долларҙан ашыу продукция сығарған. Төбәк һәм милли проекттар сиктәрендә план – 115 миллион доллар. Май продукцияһы дөйөм экспорт күләменең 56,4 процентын тәшкил иткән. 2024 йылға сит илдәр менән сауҙа 240 миллион долларҙан ашырға тейеш. Был – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.
Фото: республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Bash-ort-mayin-itay-a-o-attilar-651882/
Читайте нас: