Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
27 Ғинуар 2021, 14:45

Ҡамыр эсендәге сосискалар

Ҡамырға төрөлгән сосискаларҙы бешереп ҡарамаған кеше юҡтыр инде ул?! Шулай ҙа, ҡуяйым әле фотоһын! Кемгә кәрәк, рецептын да һалам))

Был юлы ҡамырҙы әсетке менән әҙерләнем. Уның өсөн ҡоро әсетке (дрожжи), бер аш ҡалағы шәкәр, самалап тоҙ, ике ҡалаҡ көнбағыш майы, йылымыс һыу һәм он ғына кәрәк. Сосискалар ҡатыраҡ булһа, яҡшыраҡ. Ҡамыр күпергәс, уны йәйеп таҫмалар киҫеп сығабыҙ, шуның менән сосискаларҙы төрөп, майланған формаларға теҙәбеҙ. Өҫтөнә туғылған йомортҡа ла һыларға онотмағыҙ. Духовкала 180 градуста 20 минут самаһы бешерәбеҙ.
Хәтәр тәмле килеп сыға, балалар айырыуса был тәмлекәсте ярата.
Автор фотоһы.
Читайте нас: