Бөгөнгө көндә бында трактор алыу мәсьәләһе көнүҙәк булып тора. Ауыл Советы хакимиәте башлығы Гөлсәсәк Сәғитова билдәләүенсә, ауыл биләмәһе был программала ҡатнашҡаны булған: 2017 йылда Яңы Ҡыйышҡы ауылында зыяраттың кәртәһе төҙөкләндерелә.
Йыйылышта мөкәйлеләр бер тауыштан был проектта ҡатнашырға теләк белдерҙе. Кәрәкле сумманың 10 проценты халыҡтан йыйыласаҡ. Эште контролдә тотоу һәм аҡса йыйыу өсөн Ришат Рим улы Халиҡов, Хәниә Сәфәрғәли ҡыҙы Рәхмәтуллина, Рәсинә Рамазан ҡыҙы Хәмитова, Миңлегөл Ваһап ҡыҙы Мөхәмәтшина, Закира Миңнулла ҡыҙы Хәмитованан торған инициатива төркөмө төҙөлдө. Мөкәйлеләр уртаҡ тырышылҡ менән маҡсаттарына ирешер, тип ышанабыҙ.
Айгөл Әбдрәшитова.