Даирә
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 11:12

Ҡыҙҙың хәле нисек?

Ҡос осҡос авариянан һуң ул район дауаханаһы реанимацияһына иҫһеҙ килеш килтерелгәйне...

10 ғинуарҙа Салауат районында ике микроавтобус бәрелешеп, унда өс кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Ике бала авария урынында йән биргән, ә 13 йәшлек Дарья менән уның 17 йәшлек апаһын үтә ауыр хәлдә Малаяҙ район үҙәк дауаханаһы реанимацияһына алып киткәндәр.
Һөҙөмтәлә, Анастасия аңына килә алмай йән биргән, ә Дарья реанимацияла кома хәлендә ятыуын дауам иткән. Ҡыҙҙар әсәләре менән районда йәшәгән өләсәләрендә ҡунаҡта булып ҡайтып барған...
Кисә, ниһайәт, яҡшы яңылыҡ билдәле булды. 13 йәшлек ҡыҙҙың хәле тотороҡланған һәм уны артабан дауалау өсөн санавиация менән Өфөгә күсергәндәр. Хәҙер ул баш ҡалала дауаланыуын дауам итәсәк. Ҡыҙҙы иң яҡшы табиптар аяҡҡа баҫтырырға тырышасаҡ.
Фото: "КП-Өфө".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/i-i-h-le-nisek-642667/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: