Даирә
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 11:17
Рәмилдең адвокаты нимә тип белдергән?
II Көнсығыш округы хәрби суды Рәмил Шәмсетдиновҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы тип яҙғайныҡ. Ошоға бәйле егеттең адвокаты әйтеүенсә...
Икенсе Көнсығыш округының хәрби суды Рәмил Шәмсетдиновҡа ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы тип яҙғайныҡ. Ошоноң менән бәйле егеттең адвокаты түбәндәгеләрҙе белдерҙе.
Һигеҙ хеҙмәттәшенең ғүмерен ҡыйған Рәмил Шәмсетдиновтың адвокаты Руслан Нагиев Рәмилде 24,5 йылға ҡаты режимлы колонияға ебәреү ҡарарын “нигеҙһеҙ ҡаты” тип белдерҙе һәм уны ҡайтанан ҡарауға бирмәксе.
Адвокат “Говорит Москва” радиоһына биргән интервьюһында түбәндәгеләр хаҡында әйтте: “25 йылға яҡын ваҡыт – прокуратура һораған кеүек срок. Беҙ был бигерәк ҡаты хөкөм тип уйлайбыҙ. Өҫтәүенә зыян күргәндәрҙең материалдарында хоҡуҡҡа ҡаршы эш итеү бар. Был – хөкөмдө йомшартыу өсөн шарт. Башҡа шарттар ҙа Шәмсетдиновтың мәрхәмәткә лайыҡ икәнлеген күрһәтә. Суд присяжныйҙары мәрхәмәт күрһәтте, ә суд, беҙҙең ҡарауға, нигеҙһеҙ ҡаты хөкөм сығарҙы. Эйе, был эште яңынан ҡарауға бирәсәкбеҙ”, – тип белдергән Руслан Нагиев.
Адвокат әйтеүенсә, Рәмил Шәмсетдинов тағы зыян күргәндәрҙең дәғүәһе буйынса штраф та түләргә тейеш.
Фото:
dnr-hotline.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-milde-advokati-nim-tip-belderg-n-642890/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла