Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 12:38

Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә

Республика конкурсында төрлө биләмәләрҙән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.

Ғәҙәттә, тормошобоҙға килеп ингән һәм даимиға әйләнгән ваҡиғаларҙы шулай тейеш, күптән шулай булған кеүек ҡабул итәбеҙ. Әйтерһең дә, улар ниндәйҙер ҡөҙрәт менән килтерелгән дә шунда уҡ йәмғиәттә үҙ урынын алған. Эйе, тәүҙә хыял тыуған, һуңынан һүҙгә әйләнгән, артабан һүҙ матдилашып, үҙенең аныҡ һынланышын барлыҡҡа килтергән һәм быны бер нисек тә инҡар итеп булмай.

Быйыл үҙенең бәләкәй генә юбилейын билдәләгән һәм бишенсе тапҡыр үткәреләсәк “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсы ла (хәҙер инде ул төбәк-ара кимәлгә сыҡты) юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Ҡасандыр ул хыял булһа, беҙҙең замандарҙа матур сара ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә ҡатын-ҡыҙҙың асылын асып биргән әйҙәүсе көскә әүерелде, тиергә лә мөмкин.

Кем ул милләт әсәһе, уның бөгөнгө ысынбарлыҡта тәғәйенләнеше ниндәй, ул үҙ бурыстарын үтәйме? Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур ҠОЛҺАРИНА бөгөн беҙҙең һорауҙарға яуап бирә.

– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, доға ҡабатлағандан иҫкермәй тигән­дәй, гүзәл заттар араһында танылыу яулаған “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика кон­кур­сының нисек башланып ки­теү тарихына күҙ һалайыҡ әле...
– Барыбыҙ ҙа уҙған быуаттың 20-се йылдарында ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтен етәкләгән, тәүге ҡатын-ҡыҙ йәмәғәт эшмәкәрҙәренең бе­реһе Рабиға Ҡушаеваның 1917 йыл­дың 20–27 июлендә Ырым­бурҙа үткән I Бөтә башҡорт ҡорол­тайында 16 ғына йәшендә трибу­наға сығып, белем алыуҙа һәм хеҙ­мәттә ҡатын-ҡыҙҙарға тиң хоҡуҡ­лылыҡ талап итеп сығыш яһауы һәм телмәрен “Милләтте үҫтереүҙә ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар йәшәһен! Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе!” тип тамамлауы хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Йылдар үтһә лә, был һүҙҙәрҙең асылы үҙгәрмәй. Республика ҡа­тын-ҡыҙҙары араһында ниндәйҙер конкурс ойоштороу фекере тыуғас, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советына тәҡдим иттем, барыһы ла күтәреп алды һәм шул йылда уҡ беренсе бәйгене иғлан иттек. Идара ултырышының тәҡдиме менән уны “Башҡорт ҡатыны – милләт әсәһе” тип атаныҡ.

Был ярышта сәйәсәт, мәҙәниәт, фән, мәғариф, эшҡыуарлыҡ һәм йәмәғәт тормошонда үҙ урынын тапҡан гүзәл заттарыбыҙ ҡат­нашты. Тәүге сараға уҡ йөҙҙән ашыу төрлө йүнәлештәге эш ҡабул иттек. Сентябрь аҙағына тиклем ҡабул итеүҙе оҙайтырға тура килде, сөнки район һәм ҡалаларҙан ҡатнашырға теләгән кешеләр күп булды.

Бәйге һөҙөмтәләрен йомғаҡлау өсөн арҙаҡлы ғалимә, сәйәсмән, етәксе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән бер рәттән республикабыҙҙың министрлыҡтары һәм ведомстволары белгестәре ингән баһалама комиссияһы төҙөлдө. Конкурсты йомғаҡлау һәм еңеүселәрҙе тәбрик­ләү ноябрҙә Өфө ҡалаһында Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең 25 йыллығына арналған сара сиктәрендә үткәрелде.

– Һәм шунда уҡ йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырҙы, тип әйтергә лә мөмкин, сөнки хәҙерге кеүек ҙур масштабта үтмәһә лә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа ҡыҙыҡһыныу бар­лыҡҡа килде. Әммә ниндәй генә сара үткәрелһә лә, ул мотлаҡ финанс сығымдар талап итә. Был мәсьәләне нисек хәл иттегеҙ?
– Тәүге өс конкурсты Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте акти­вының һәм беҙҙең тоғро дуҫтары­быҙҙың аҡсаһына ойошторҙоҡ. Былтырғы проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының граж­данлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса гранты конкурсы еңеүсеһе булды һәм өлөшләтә грант иҫәбенә финансланды. Йәмғиәттең Совет ултырышында бишенсе – юбилей конкурсын үткәреү ниәте менән Башҡортостан Республикаһында ижтимағи-әһәмиәтле програм­маларҙы тормошҡа ашырыуға социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия биреү конкурсында ҡатнашырға ҡарар иттек һәм өлөшләтә ярҙамға лайыҡ булдыҡ. Шулай уҡ бағыусылар ҙа ҙур ярҙам күрһәтә.

– Беренсе йылда “Башҡорт ҡатыны – милләт әсәһе” тип ата­лып, бөгөн ул “Ҡатын-ҡыҙ – мил­ләт әсәһе” конкурсы була­раҡ танылыу яулай. Ни өсөн уның атамаһын, заманса әйткән­дә, глобалләштерергә булды­ғыҙ?
– Тәүге конкурста уҡ ҡатнашырға теләк белдергәндәр 150 кеше булһа, артабанғы йылдарҙа уларҙың һаны йылдан-йыл арта барып, былтыр 500-ҙән ашыу ғариза килде. Йылдан-йыл география ғына түгел, ҡатнашырға теләк белдергән төрлө милләт ҡатын-ҡыҙҙары һаны ла арта бара. Күп милләтле Башҡортостанда йәшә­гәс, беҙ гүзәл заттарҙы айырып ҡарамаҫҡа ҡарар иттек, был конкурс дуҫлыҡтың, татыулыҡтың бер өлгөһө лә булып тора, респуб­ли­кабыҙ яландарында үҫкән төрлө сәскәләрҙән йыйылған гөлләмә кеүек, унда һәр милләт вәкиле үҙ төҫөндә балҡый.
Республика ки­мәлендәге конкурс булһа ла, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡала­лары­нан, Ырымбур, Силәбе өлкә­ләренән, Татарстан Республикаһы һәм Пермь крайынан милләт­тәш­тәребеҙ әүҙем ҡатнаша. Ошоларҙы иҫәпкә алып, атамаһын үҙгәрттек.

– Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттә, баҫалҡы һәм сабыр, бындай сараларҙа бик ҡатнашып та бармай. Улар ошо конкурста район, ҡала кимәлендә үҙен күрһәтеп өлгөргән гүзәл заттар менән бер рәттән көс һынаша аламы?
– Әлбиттә, юҡҡа ғына беҙ баштан уҡ төп талаптарҙың береһе итеп иғтибарҙы ауыл ҡатын-ҡыҙ­ҙарына биреүҙе ҡуйманыҡ. Кон­курс­тың муниципаль этабында йә­мәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөл­ләнгән, йәмғиәттәге асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеүгә өлөш индергән, сәләмәт тормош алып барған, өлгөлө балалар тәр­биәләгән ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына айырыуса иғтибар бирелә. Сара­ның маҡсаты ла бит әсәләрҙең йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙем­ләш­тереү, уларҙың эшен баһалау, йәмғиәттәге статусын күтәреү, ғаи­лә ҡиммәттәрен, халыҡ этно­пе­дагогикаһын, тарихын, рухи-әхлаҡи һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм яҡлау, ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль-психологик ҡурсаланыуын тәьмин итеү, әсәлектең баһаһын арттырыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль йүнәлештәге эшмәкәрлегенең әһәмиәтен күтәреү.

– Уйлап ҡараһаң, бөгөн йәмғиәттә ирекмәнлек киң тарала һәм популярлыҡ яулай бара. Ә ауыл ерендә бының менән ғүмер буйы шөғөлләнгәндәр, шул уҡ өмә, күршеләге оло йәштәге инәй-бабайҙарға ярҙам итеү һәм башҡалар – былар ба­ры­һы ла бушлай һәм изге ниәт­тән, ихлас күңелдән башҡарыла. Әммә йәмғиәттә бар нәмәне монетизациялау ауылдарҙа ғына йәшәп килгән ошо изге төшөнсәгә үҙгәрештәр индерҙе...
– Әйткәндәй, замандың быйыл­ғы кон­курсҡа ла ипкене тейҙе – талап ителгән пункт­тар­ҙың береһе булып ирекмәнлек тора. Ысынлап та, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары – улар барыһы ла тиерлек ирекмән – шул уҡ тормоштағы кире күренештәргә ҡаршы көрәштә лә, тәрбиәүи эштәрҙә лә, күрше-күлә­ненә, ауылдаштарына ярҙам ҡулы һуҙыуҙа ла улар күңел талабы буйынса эш итә. Шулай уҡ беҙ конкурс буйынса ирекмәнлеккә ҡала­ларҙа, райондарҙа, ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙ­ҙар йәмәғәт хәрәкәттәрен ойоштороу һәм үҫтереү маҡсатын, улар­ҙың йәштәрҙә рухи-әхлаҡи, илһө­йәрлек сифаттарын тәрбиәләү­ҙәге эшмәкәрлеген индереүҙе лә күҙалланыҡ.

– Конкурстың номинацияларына үҙгәрештәр индерел­мәнеме?
– Еңеүселәр элеккесә ун номинация буйынса билдәләнәсәк. “Күп балалы әсә” – өлгөлө һәм уңышлы балалар тәрбиәләгән күп балалы әсәләр араһында, “Лидер” – үҙҙәрен йәмәғәт эшендә һәм сәйәсәттә һә­ләт­ле, маҡсатҡа ынтылышлы ойош­тороусы итеп күрһәткәндәр, “Йыл өлгөһө” – эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә уҙған йылда юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар, “Уҡытыусы” – йәш быуынды тәрбиәләүҙә уңыш ҡаҙанған остаз, тренер һәм педагог ҡатын-ҡыҙҙар, “Оҫта” – сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында юғары күрһәткестәргә өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙар, “Ғалим” – ғилми һәм тикшеренеү учреждениеларында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре һәм иң яҡшы проекттары өсөн, “Мәҙәниәт” – ижадтарында этник ҡиммәттәр һәм халыҡ йолалары пропагандаланған ҡатын-ҡыҙҙар, “Бизнес-леди” – хәйриә менән шөғөлләнгән һәм илдең социаль сәйәсәтен хуплаған эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар, “Оло йәштәге йәмәғәтсе” (“Ағинәй”) – 60 йәштән үткән, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған һәм халыҡ араһында абруй яулаған ҡатын-ҡыҙҙар, “Йәш лидер” – йәштәр һәм йәш әсәләр араһында үҙен лидер итеп танытҡан, төрлө өлкәләрҙә һәм йәмәғәт тормошонда юғары уңыштарға өлгәшкәндәр өсөн.

– Конкурсҡа эштәр ҡасанға тиклем ҡабул ителә һәм ҡасан йомғаҡ яһала?
– Конкурсты былтыр ноябрҙә иғлан иткәйнек, әле муниципаль этаптар бара һәм ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә. Икенсе этапта баһалама комис­сияһы уларҙың араһынан еңеүсе­ләрҙе һайлап ала. Республика этабының йомғаҡлау сараһы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан баш ҡалала “Торатау” конгресс-холында ойошторола, һәр номинация буйынса өсәр еңеүсе билдәләнә.

– Ошо йылдар эсендә дүрт конкурс үткәрелде. Улар буйынса был сараның әһәмиәте һәм файҙаһы хаҡында инде аныҡ һығымта яһарға мөмкиндер?
– Йылдан-йыл ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемлеге артыуы һәм уларҙың йәмғиәттә үҙ урынын табыуы, үҙенә ышанысы артыуы күҙәтелә. Ошо сарала ҡатнашҡан, еңеү яулаған­дарҙың ғына түгел, хатта тамаша ҡылыусыларҙың әйтеүенсә, был конкурс ҡатын-ҡыҙҙы ҡанатлан­дыра, дәртләндерә, әүҙемләштерә, уларға илһам өҫтәй. Номинация­ларҙан күренеүенсә, сарала төрлө өлкәлә мәшғүл булған, төрлө биләмәләрҙән ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша һәм ниндәй генә тармаҡта эшләүенә йәки өйҙә бала тәрбиә­ләүенә ҡарамаҫтан, үҙен ысын мәғәнәһендә иғтибар, ихтирам һәм яҡшы мөнәсәбәткә лайыҡлы милләт әсәһе итеп тоя, ышанысы арта, иңбаштары турайып китә. Ошо йылдар эсендә күп ҡатын-ҡыҙҙарҙың шатлыҡтан илағанын күрергә, улар өсөн туғандарының ҡыуаныс кисереүенә шаһит булырға тура килде. Һәм улар киләһе йылдарҙа инде урындарҙа үҙҙәре ошо сарала ҡатнашырға өндәгән, ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе ролен башҡара башланы.

Автор: Зәйтүнә НИҒМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште
Читайте нас: