Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 16:34

Иртәнсәк тағы ла бер ғаилә һәләк булды...

Көслө авария Өфө районының Шамонин ауылы эргәһендә булған.

Бөгөн иртән М5 федераль юлында “Volkswagen Polo” менән “Mercedes” йөк автомобиле бәрелешкән. Ваҡиға 1483 километрҙа – Шамонин ауылы эргәһендә була. Аварияла еңел автомобилдә булған тотош ғаиләнең – дүрт кешенең ғүмер өҙөлгән. Һәләк булғандарҙың икәүһе бала булған.
Республика ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булған 28 йәшлек ҡатын рулдә булған, уның янында 34 йәшлек ире уртырған. Шулай уҡ автомобилдә уларҙың ете йәшлек улы һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙы булған. Ғаилә Һамар өлкәһенән, тип фаразлайҙар.
Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм ҡотҡарыусылар эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Әле республикала насар һауа торошо күҙәтелә - буран, көслө ҡар яуа, юлда күреү һәләте насарайған. Шуға ла тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефһеҙ арауыҡты һаҡлағыҙ. Башҡа машиналарҙы ҡыуып үтеү кеүек хәрәкәттәр яһамағыҙ. Ныҡ мохтажлыҡ булмағанда, өйҙә ҡалыу хәйерле.
Шуныһы ҡыҙғаныс, бындай осраҡтарҙан водителдәр үҙенә һабаҡ алмай. Һәр кем юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтһә, етди авариялар ҙа булмаҫ ине.
Юлдарҙа йөрөү уңайлы, хәүефһеҙ булһын өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты бойомға ашырыла. Уның сиктәрендә, аварияларҙы кәметеү маҡсатында юлдарҙың сифаты яҡшыртыла, камералар ҡуйыла, әммә һәр водитель ябай юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәһә, был күрелгән сараларҙың файҙаһы булмаясаҡ.
Фото:БР ЮХХДИ идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: