Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Ғинуар 2021, 18:26

Һарымһаҡ барыһына ла файҙалымы?

Белгестәр уның кемдәргәлер зыянлы булыуы тураһында ла һөйләй

Һарымһаҡтың файҙаһы тураһында күп тапҡыр ишеткәнебеҙ бар.
Айырыуса ул һалҡын тейгәндә һәм грипп осоронда “дарыу”ға әйләнә. Һарымһаҡ бактерияларға ҡаршы көрәшә, юғары антисептик тәьҫиргә эйә, бактерияларҙың артыуына һәм таралыуына ҡаршы тора. Шулай уҡ иммунитетты тығытырға ярҙам итә.
Шулай ҙа, табиптар һарымһаҡты белеп ҡулланмаған осраҡта уның зыяны булыуын иҫкәртә. Улар фекеренсә, файҙалы булыуына ҡарамаҫтан, һарымһаҡ – шааҡтай агрессив продукт. Уны йыш һәм күп ашарға ярамай, шулай уҡ ас ҡарынға ашау ҙа хәүефле, сөнки ул ашҡаҙандың лайлалы өлөшөн ярһыта. Был осраҡта уны йыш ҡулланыу ашҡаҙан йәрәхәте нә килтереүе мөмкин.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: гастрит, ун икеле эсәк һәм ашҡаҙан йәрәхәте, апнкреатит менән сирләгәндә һәм ашҡаҙан аҫты биҙенә зыян килгән осраҡта (бигерәк тә киҫкенләшкән осраҡта) һарыһаҡ ашау сәләмәтлеккә зыянлы, тип белгестәр.
Көнөнә күпме һарымһаҡ ашарға була?
Көнөнә 2-5 грамм (йәғни 1-3 тырнаҡ) сей һарымһаҡ ашау сәләмәтлеккә зыян килтермәй.
Читайте нас: