Быйыл йыл башында, 7 ғинуарҙа, Бәләбәй районында 60 йәшлек ҡатын юғалғайны. Уны “Лиза Алерт” эҙәрмәндәре һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләне. Һәм бына эҙәрмәндәр төркөмөндә насар яңылыҡ баҫылды: ҡатын табылған, тик үле килеш.
Асыҡланыуынса, өлкән йәштәге ҡатындың туңған кәүҙәһен элек балалар баҡсаһы булған бинаның подвалында тапҡандар. Уның нисек үлгәне әлегә билдәһеҙ.
“Бәләбәй районында ҡатындың кәүҙәһе табылыу буйынса тикшереү бара, урынды ҡарап сыҡтылар һәм суд-медицина экспертизаһы билдәләнде. Урында йәшәгән кешеләрҙән һорау алына, ҡатындың нисек үлгәне асыҡлана. Уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк”, – тинеләр был турала Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.