Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 18:57
Республикала коронавирус ҡорбандары артты, киҫкен респиратор ауырыу йоҡтороу осраҡтары – ике меңгә яҡын
Башҡортостанда тәүлек эсендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һәм ошо ауырыуҙан һауыҡҡандар һаны бер кимәлдә тиерлек.
168 кешелә диагноз раҫланған, 164 сирле һауыҡҡан. Шулай итеп, ауырығандарҙың дөйөм һаны – 22 403, ә һауығып сыҡҡандар – 16 907.
Республиканың оператив штабы мәғлүмәттәре буйынса, хәҙерге көндә 803 пациент дауаханала ята, ә 4526 кеше өйҙә дауалана. 52 сирленең хәле ауыр тип баһалана, 15-е үпкәне яһалма елләтеү аппаратына мохтаж.
Коронавирустан үлгәндәр исемлеге берәүгә артҡан. Ҡорбандарҙың дөйөм һаны 167-гә еткән.
Тәүлек эсендә дауахананан тыш пневмония осраҡтары һаны – 235, һауыҡҡандар — 135.
Шулай уҡ Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы асыҡланған киҫкен респиратор ауырыуҙар һаны тураһында ла хәбәр итте. Һуңғы тәүлектә — 1988, 12-һе «ковид»ҡа шик менән дауханаға һалынған.
https://
www.bashinform.ru/news/1548411-v-bashkirii-uvelichilos-chislo-zhertv-koronavirusa-zabolevshikh-orz-za-sutki-pochti-2-tysyachi/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: