Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 16:12
"Рафаэлло" торты
Бик тиҙ һәм тәмле
Бының өсөн дүрт йомортҡа, ике стакан шәкәр, 200 грамм эремсек, бер сәй ҡалағы сода, ярты сәй ҡалағы тоҙ, дүрт стакан он, ярты литр һөт, 200 грамм аҡ май кәрәк.
Башта ике йомортҡаға бер стакан он, 200 грамм эремсек, бер сәй ҡалағы сода, ярты сәй ҡалағы тоҙ, бер стакан он ҡушып туғыйбыҙ, шунан тағы ла бер стакан он өҫтәп һәйбәтләп бутайбыҙ. Ҡамырҙы бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Артабан кремға тотонабыҙ. Ике йомортҡаға, бер стакан шәкәр, бер стакан ярым он, һөт һалып туғыйбыҙ ҙа утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнағансы болғап торабыҙ. Утын һүндереп аҡ май һалып бутайбыҙ. Ҡамырҙы йәйеп коржиктар бешерәбеҙ. Йылы көйөнсә крем һөртәбеҙ. Иң өҫкә кокос онтаҡтары һибәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:
nnovgorod-narkolog.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Rafaello-torti-637728/
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан