Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 13:20

"Икебеҙҙең сер булып ҡалһын: әсәйеңә әйтмә"

Студент ҡайғылары һәм шатлыҡтарына күмелеп йөрөгәндә атайым мине ресторанға саҡырҙы. Унда мине шаҡ ҡатырғыс "сюрприз" көткән...

Беҙҙең ғаилә бөтә яҡтан да килгән һәм бәхетле кеүек тойола ине миңә. Атайым менән әсәйем йәштән яратышып өйләнешкән, мин тыуғас, тормоштары тағы ла түңәрәкләнгән...



Әсәйем әйтеүенсә, атайым ауыр туҡһанынсы йылдарҙа башҡа күптәр кеүек эскегә лә һабышмаған, эшһеҙ ҙә ҡалмаған. Үҙ бизнесын булдырып, уны яҡшы ғына үҫтерә алған. Кәсебе уңышлы барғас, әсәйемде эшләтмәгән. Яҡыным өй усағын һаҡлаусыға әйләнгән.



Әсәйем ниндәй генә яҡшы булмаһын, атайымды нығыраҡ ярата инем. Ул эштән ҡайтыу менән мине күтәреп ала, алдына ултырта, уйната, нимә теләйем - шуны алып бирә. Хатта серҙәремде лә күберәк атай менән уртаҡлаша инем. Үҙемә лә уның кеүек яҡшы кеше тап булыуын теләй торғайным.



Өлкән кластарҙа тәүге тапҡыр ғашиҡ булдым. Шул саҡта беренсе тапҡыр атайым менән әсәйемдең мөнәсәбәтенә бала түгел, ә ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән ҡарай башланым. Улар араһында наҙ юҡ ине. Ҡосаҡлашмайҙар, үбешмәйҙәр. Ҙур өйҙә икеһе ике бүлмәлә йоҡлай. Ниндәйҙер шиктәр борсой башланы: барыһы ла яҡшымы икән? Атайым гел эштә, кеше араһында йөрөгәс, үҙен ныҡ ҡарай. Матур кейенә, спорт менән шөғөлләнә, үҙ йәшенән йәшерәк күренә. Ә әсәйем... уның янында ҡартыраҡ кеүек. Гел өйҙә ултырып, әллә ни биҙәнмәй ҙә, кейемдәрен дә яңыртмай. Атайым беҙгә бер ҡасан да аҡса йәлләмәй, әсәйем, әллә ниндәй косметологтарға йөрөп, күпкә матурыраҡ була алыр ине. Тик уны был ҡыҙыҡһындырмай шул.



Шулай ҙа атайым башлыса өйҙә ҡунғас, әсәйем барыһы ла яҡшы тип әйткәс, тынысланған кеүек булдым. Институтта уҡый башлағас иһә үҙ донъяма сумдым. Студент ҡайғылары һәм шатлыҡтарына башым әйләнеп йөрөгән бер көндә атайым мине ресторанға саҡырҙы. Тик әсәйемә был турала әйтмәҫкә ҡушты. Икебеҙҙең сер булһын, тине. Аптыраным. Моғайын, әсәйемә берәй сюрприз әҙерләйбеҙҙер, тип уйланым. Оҙаҡламай уның тыуған көнө бит.



Эйе, атайым "сюрприз" әҙерләгән булып сыҡты. Әсәйемә генә түгел, миңә лә... Ресторанға барып инһәм, ул йәш ҡатын менән ултыра, яндарында ике малай йүгереп йөрөй. Улар – атайымдың йәш ҡатыны һәм улдары, минең ҡустыларым булып сыҡты. Бөгөн һөйәркәһенең тыуған көнө икән, был байрамды "ғаилә” менән билдәләргә уйлап, мине лә саҡырғандар. Әйткәндәй, Роза минән ете йәшкә генә өлкән, малайҙарға ете һәм туғыҙ йәш. Атайымдың был “ғаиләһе” 12 йыл бар икән. Роза бик сибәр, матур итеп биҙәнгән-яһанған, буй-һыны ла иҫ киткес. Тотошо ла наҙлы, атайымдың ҡулын ысҡындырмай, күҙенә генә ҡарай, йырлаған кеүек һөйләшә. Атайымдың да уны яратҡаны күренеп тора...



Әсәйемдең, үҙемдең һуҡырлығыма иҫ-аҡылым китте. Ошо тиклем ваҡыт эсендә ике бала тыуған, ә беҙ бер ни ҙә белмәй тыныс йәшәп ятҡанбыҙмы? Ярар мин, ә әсәйем нимә ҡараған? Нисек йөрәге һиҙмәгән? Әллә һиҙһә лә өндәшмәнеме икән? Ни һөнәре, ни аҡсаһы юҡ, ҡайҙа китергә белмәнеме икән...



Атайым икенсе ғаиләһе барлығын сер итеп тоторға ҡушты. Әсәйемә был турала әйтергә үҙемдең дә телем әйләнмәй. Нисек уның донъяһын емерәйем ти? Әйтһәм, ниндәй ҙә ҡарар ҡабул итергә тура килер, китер. Донъябыҙ емереләсәк бит. Улай тиһәм, әллә ҡасан емерелгән инде ул. Ысын ир-егет идеалы булған атайым күҙ алдымда ҡоланы... Әлбиттә, яратам уны, яҡын кешем бит. Тик төҫһөҙләнде был тойғом. Нисек ирҙәргә ышанып кейәүгә сығырға? Башымда йөҙ һорау урала, яуаптарым юҡ... Нимә эшләргә миңә?..

Фото: iz.ru

Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ikebe-e-ser-bulip-al-in--s-ye--ytm-640192/
Читайте нас: