Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
20 Ғинуар 2021, 12:37

Бер ҡулы менән иҙән йыуа...

Бер яҡыны ла булмаған инвалид ҡатын Эльнара 200 һумға ятаҡ иҙәнен йыуырға мәжбүр, сөнки бәләкәс ҡыҙын ашатырға кәрәк...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән Эльнара исемле йәш ҡатындың яҙмышы хаҡында тетрәнмәйенсә тыңлап булмай. Ул тыумыштан инвалид, бер ҡулы эшләмәй.
Бала сағы балалар йортонда үткән. Яҡын туғандары булмаған Эльнараның матур хыялы бар: татыу ғаилә ҡороп, бәхетле йәшәү.
Уның аяныслы яҙмышы хаҡында “Комсомольская правда ” порталы хәбәр иткән. Асыҡланыуынса, Эльнараның тормош юлында мөхәббәт тә осраған, уларҙың һап-һау ҡыҙҙары тыуған, әммә... Ир кеше, яуаплылыҡтан ҡасып, икеһен дә ташлап киткән.
Ирекмән Регина Биргулиева бәйән итеүенсә, Эльнараға бушлай дарыуҙар бирелергә һәм башҡа ташламалар ҙа булырға тейеш. Әммә ҡатын уларҙы юлламаған. Әлеге ваҡытта бер ҡулы менән 200 һумға ятаҡ иҙәнен йыуырға мәжбүр, сөнки үҙенә һәм балаһына нисек тә булһа туҡланырға кәрәк.
"Эльнара бик бөхтә, таҙа ҡатын. Эсмәй, тартмай. Бер генә хыялы бар – ҡыҙын аяҡҡа баҫтырыу. Уға тейешле дарыуҙарҙың ҡабы 16 мең һум тирәһе тора, әммә уларҙы Эльнара күптән алмай. Бер мәл дарыуҙар өсөн кредит юллаған, һөҙөмтәлә бурысҡа батҡан. Әлеге ваҡытта ошо сәбәпле пенсияһын да ала алмай", – ти уға ярҙам итеүсе ирекмән.
Әлеге ваҡытта битараф булмаған кешеләр йәш ҡатынға ярҙам итергә тырыша, дарыуҙар юллаша, картаһын да хәстәрләй.
Әгәр һеҙҙең дә ярҙам итер форсатығыҙ булһа, Регина менән бәйләнешкә инергә һәм быны нисек эшләргә икәнлекте белешергә мөмкин:
8 919-616-60-26.
Фото: “Комсомольская правда”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ber-uli-men-n-i-n-yiua-639216/
Читайте нас: