Даирә
+13 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
20 Января 2021, 11:06
Бер төндә юғалған
Хужабикә ит һаҡланған гаражды ябырға онота, ә бурҙар бынан оҫта файҙалана.
Күңелһеҙ ваҡиға Стәрлетамак районы Яңы Федоровка ауылында була: йорт гаражынан бер төндә 280 килограмм ит юҡҡа сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡышҡылыҡҡа һуғымға тип тәғәйенләнгән иттәрҙән "елдәр оса".
Был хәл 17-нән 18-нә ҡараған төндә теркәлгән. Йорт хужабикәһе ит запасы һалынған йорт янындағы гараж ишеген ябып, бикләргә онотҡан, ә бур бынан бик оҫта файҙаланған. Уғры асыҡ гаражға инеп, итте рәхәтләнеп урлаған. Итенең юғалыуы хаҡында ҡатын иртәнсәк кенә белгән һәм шунда уҡ полицияға ғариза яҙған.
Урлау осрағы буйынса енәйәт эше асылған, тикшереү барышында уғрының аяҡ кейеменең эҙҙәре табылған.
Автор фотоһы.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ber-t-nd-yu-al-an-640950/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!