Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Ғинуар 2021, 17:09

Үткәргес тулыһынса ябылды! Был нимә бирер?

16 ғинуарҙан алып 18 ғинуарға тиклем Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы юл үткәргес тест тәртибендә тулыһынса ябылды. Шулай итеп, Салауат Юлаев проспекты менән Зәки Вәлиди урамы киҫелешендәге юл айырсаһын төҙөкләндереү барышында транспорт ағымын көйләү схемаһын тикшереүҙең икенсе этабы башланды.

Был сараның һөҙөмтәләре буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков рәйеслегендәге ҡала координация штабы артабанғы эшмәкәрлек буйынса ҡарар ҡабул итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге штаб халыҡтың юл үткәргескә бәйле мөрәжәғәттәренә оператив яуап биреү өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләй.
“Хөрмәтле автоһәүәҫкәрҙәр! Юл һыҙаттарын тулыһынса ябыу сәбәпле, был участкала ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал”, - тип иҫкәртә баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы баш ҡала хакимиәте. Был ауырлыҡтарға аңлап ҡарауҙы, маршрутты алдан планлаштырыуҙы һорайҙар һәм уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәләр. Мөмкин булған осраҡта, пик сәғәттәрендә шәхси автомобилгә ҡарағанда йәмәғәт транспортына өҫтөнлөк биреү һорала.
Сикләүҙәр тураһындағы бар мәғлүмәт “Яндекс.Карты" һәм “Яндекс.Навигатор” сервистарына тапшырыла, юлдағы электрон таблоларҙа күрһәтелә, шулай уҡ ҡала хакимиәтенең сайтында махсус бүлектә баҫыла.
Йәмәғәт транспортының йөрөү ваҡытын күҙәтеү өсөн “Аҡыллы транспорт” ҡушымтаһын файҙаланырға кәңәш ителә. Йәки муниципалитет сайтындағы “Транспорт онлайн” тип аталған бүлектә танышырға мөмкин. Шулай уҡ юлдың был участкаһындағы хәлде “Өфөнет” камералары аша видеонан ҡарарға була.
Әйткәндәй, “Аҡыллы транспорт” ҡушымтаһын интернет аша үҙ смартфонығыҙға күсерә алаһығыҙ. Төҙөкләндереү сәбәпле, йәмәғәт транспорты хәрәкәте интервалы артҡан. Иртәнге һәм киске пик ваҡыттарында расписаниены теүәл үтәү мөмкин түгел. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, автобустар юл үткәргесте урап уҙа. Шул уҡ ваҡытта транспорт туҡталыштары урындары үҙгәрмәй.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: