Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Ғинуар 2021, 18:31

Рөстәм Нәбиевте самолеттан ҡыуып төшөргәндәр

Капитан туҙына, ҡысҡыра башлай... Һөҙөмтәлә билдәле блогерҙы ни өсөн "ҡара исемлек"тә индергәндәр?

Өфөнән күренекле блогер Рөстәм Нәбиевте Америкала самолеттан ҡыуып төшөргәндәр. Баҡтиһәң, капитанға яҡташыбыҙҙың ҡылығы оҡшамаған, хатта уға ҡарата ялыу ҙа яҙған. Был хаҡта блогер үҙенең сәхифәһендә бәйән иткән.
Омскиҙа казарма емерелеп, аяҡтарынан яҙған блогер әле АҠШ-та дуҫы менән ял итеп йөрөй икән. Йәштәр сәйәхәттәрен дауам итеп, самолет менән Лас-Вегастан Лос-Анджелес ҡалаһына юллана. Әммә сетерекле хәлгә тарыйҙар. Беренсенән, рейсҡа һуңлайҙар, теркәү ваҡыты үткәс кенә килеп етәләр. Авиакомпания уларҙы самолетҡа ултыртыуҙан баш тарта. Шулай ҙа егеттәр яңынан билет алып, һауа судноһына эләгәләр-эләгеүен, әммә капитан ҡуҙғалған самолетты кинәт туҡтата...
Рөстәмдең Инстаграмда яҙған һүҙҙәренә ҡарағанда, ул самолет ҡуҙғалырҙан алда кәләше Индираға шылтырата һәм шыбырлап ҡына һөйләшә. Әммә капитан яҡташыбыҙҙың был ҡылығын оҡшатмайынса, ҡысҡыра башлай, туҙына. Һәм ҡуҙғалыр алдынан ғына самолетын туҡтатып, был икәүгә сығырға ҡуша. Шулай уҡ егеттәрҙең битлеген талап ителгәнсә кеймәүе лә оҡшамай капитанға.
Егеттәрҙе самолеттан төшөрөп ҡалдыралар, етмәһә, Рөстәмгә ҡаршы ялыу яҙа капитан. Ҙур ғына штраф та сәпәргә уйлайҙар, әммә дуҫтар уныһынан ҡотолоп ҡала. Шулай итеп, блогерҙы ҡара исемлеккә индереп ҡуялар. Шулай ҙа, ҡырҡ бәлә менән булһа ла, бара торған ерҙәренә барып етә улар.
Сәйәхәт иткәндә күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн барған илеңдең ҡағиҙәләрен ихтирам итеп, теүәл үтәү мөһим шул.
Фото: newsomsk.ru
Читайте нас: