Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Ғинуар 2021, 23:03

Оҫта хужабикәнең “хәйлә”ләре бер ҡосаҡ

Уңған килендәр, туҡмас ҡырҡып, тәмле аштарығыҙ менән ҡәйнәгеҙҙе һөйөндөрөргә уйлаһағыҙ...

Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе - һүнһә, икенсеһе яна... Боронғолар белмәй әйтмәгәндер, күрәһең, аҫыл зат тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрен “һә” тигәнсе эшләп, яҡындарын ҡайһы саҡ шаҡ ҡатыра. Оҫта хужабикәнең үҙе генә белгән серҙәре, “хәйлә”ләре етерлек. Байбисә апай шуларҙың бер-нисәһе менән уртаҡлаша.
“Һурпаға тоҙҙо самалап тормай мулыраҡ тондорғанһығыҙ икән, борсолмағыҙ. Марлянан яһалған тоҡсайға, ярты стакан самаһы дөгө һалып, һурпа ҡайнап сыҡҡансыға тиклем тотоғоҙ.
Тауыҡ һурпаһына лавр япрағын һалмағыҙ, тәмен алыр. Уңған килендәр туҡмас ҡырҡып, ҡәйнәһен һөйөндөрөргә уйлай икән, хуплайбыҙ ғына. Һурпа тәмле генә түгел, ә үтә күренмәлелеге менән аппетитты асһын өсөн туҡмасты бер минут ҡына ҡайнар һыуҙа тотоп, дуршлагҡа һалығыҙ һәм һурпаға өҫтәп, әҙер булғансыға тиклем ҡайнатығыҙ.”
Рәхмәт, кәңәштәрегеҙгә!
Фото:minutoneuguen.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: