Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Ғинуар 2021, 17:17

Юл үткәргес тулыһынса ябыласаҡ

Өфө халҡына һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ҡайҙан һәм нисек йөрөргә һуң?

Мөһим яңылыҡ еткерәбеҙ: 16 ғинуарҙа Өфөлә көньяҡтан сығыу юлындағы төҙөкләндерелгән юл үткәргес тулыһынса ябыласаҡ. Был - юлды ябыуҙың икенсе этабы. Беренсеһе саҡ ҡына алдараҡ, 8 ғинуарҙан башланғайны. Шул көндән алып юлдың яртыһы ябылғайны.
Юлдың был участкаһында хәрәкәттең ауырлашыуы көтөлә. “Уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ, алдан маршрутығыҙҙы планлаштырығыҙ. Мөмкин булғанса көсөргәнешле сәғәттәрҙә йәмәғәт транспортынан файҙаланыуығыҙҙы һорайбыҙ”, - тип Өфө халҡына ҡала мэрияһынан мөрәжәғәт итәләр.
Юлдағы ваҡытлыса сикләүҙәр тураһындағы бар мәғлүмәт “Яндекс.Карталар” һәм “Яндекс.Навигатор” сервистарына тапшырылған. Был участкалағы юл торошон “Уфанет” камералары аша күҙәтеп буласаҡ. Шулай уҡ бөтә көнүҙәк мәғлүмәт Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтының махсус бүлексәһендә ҡуйылып барасаҡ.
Мэрия нисек хәрәкәт итеү буйынса кәңәштәрен дә бирә. “Үҙәктән” хәрәкәт итеү өсөн Октябрь революцияһы, Баҡалы, Киров-Ғөбәйҙуллин һәм башҡа төньяҡтараҡ урынлашҡан урамдарҙы файҙаланырға тәҡдим итә.
“Үҙәккә” иһә Октябрь революцияһы, Посад-Ветошников-Минһажев, Сун-Ят-Сен, Баҡалы, Киров-Ғөбәйҙуллин һәм башҡа төньяҡтараҡ урынлашҡан урамдар аша барығыҙ.
Тағы бер альтернатива рәүешендә, “үҙәктән” һәм “үҙәккә” хәрәкәт иткәндә, Дуҫлыҡ монументы яғында Яр буйы урамын файҙаланырға була.
Шулай уҡ ҡалаға инеү һәм ҡалалан сығыу өсөн түбәндәге урау юлдар бар: “М-5 – Нуғай шоссеһы - Пугачев урамы”, “М-5 – Перспектива урамы – Интернациональ урамы”. Димдә йәшәгән кешеләр ҡалаға инеү һәм сығыу өсөн Затон биҫтәһе аша йөрөй ала.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yul-tk-rges-tuli-insa-yabilasa-633542/
Читайте нас в